Йәмғиәт
6 Октября , 07:00

Инйәрҙәрҙең башланғыстары иң шәбе тип табылған

Белорет районы хакимиәте башлығы Азат Хәкимовтың хәбәр итеүенсә...

Добавить в предпочтительные источники Google
Инйәрҙәрҙең башланғыстары иң шәбе тип табылғанИнйәрҙәрҙең башланғыстары иң шәбе тип табылған
Инйәрҙәрҙең башланғыстары иң шәбе тип табылған

Белорет районы Инйәр ауыл советының проекты Бөтә Рәсәй “Хеҙмәт итеү” муниципаль премияһының өсөнсө миҙгеле йомғаҡтары буйынса иң яҡшылар иҫәбенә инде.

Белорет районы хакимиәте башлығы Азат Хәкимов хәбәр итеүенсә, инйәрҙәр “Биләмәне үҫтереү – халыҡ именлеге” номинацияһында ҡатнашҡан. Улар юл буйы хеҙмәтләндереүен үҫтереү, ҡасаба халҡын, ҡунаҡтарға уңайлы мөхит булдырыу тураһындаға ҡарар менән таныштырған.

Әйткәндәй, конкурсҡа барлығы 61 меңдән ашыу ғариза тапшырылған, уларҙың 2,2 меңе иң яҡшыһы тип танылған. Һөҙөмтәлә 11 номинацияның һәр береһенә 200-шәр проект тура килгән. Ошо көндәрҙә Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе вазифаңын башҡарыусы Искәндәр Әхмәтвәлиев тормошҡа ашырылған башланғыстарҙың авторҙарына Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. 

Фото: Белорет районы хакимиәтенән.

Автор:Айһылыу Низамова