Йәмғиәт
8 Октября , 05:00

Беҙ тамуҡта йәшәнек...

Үҫмер килеш кенә донъя кимәлендә спортта танылыу яулаған башҡорт ҡыҙы Ләйсән Үтәшеваның  тормошо бик еңелдән булмай. "Атайым менән әсәйем айырылышҡан көн иң бәхетле көнөм", - ти ул.

Добавить в предпочтительные источники Google
Беҙ тамуҡта йәшәнек...Беҙ тамуҡта йәшәнек...
Беҙ тамуҡта йәшәнек...

Үҫмер килеш кенә донъя кимәлендә танылыу яулаған башҡорт ҡыҙының тормошо бик еңелдән булмай. "Атайым менән әсәйем айырылышҡан көн иң бәхетле көнөм", -  ти ул үҙенең интервьюһында.

Был хаҡта ул ата-әсәһе менән Волгоградта йәшәгән иҫке фатирына килгәс, алып барыусы Лаура Джугелияға һөйләгән.
Ләйсән әйтеүенсә, уҡытыусы булып эшләгән атаһы 90-сы йылдарҙа үҙ эшен аса. Әммә ул уңышһыҙ була һәм бер ниһеҙ тороп ҡала. Был ауыр осорҙо атаһы алкоголь менән баҫырға тырыша, ләкин спиртлы эсемлектәр ярҙам итмәй - унан ир ярһый, ҡотора ғына. Һөҙөмтәлә, яратҡан һәм ҡайғыртҡан атаһы урынына Ләйсән үҙен һәм әсәһен туҡмаған йорт тиранын ғына күргән.


Ҡыҙ балаға былар барыһы ла ауыр була.
- Бәхеткә күрә күршебеҙ яҡшы күңелле ине, улар тәүҙә ғаиләлә тауыш сыҡҡанын ишетһә ҡыҫылмай ине, әммә һуңынан мин уларҙан үҙем һораным, стена шаҡый башлаһам инеп ярҙам итегеҙ әле, тинем, - тип хәтерләй Ләйсән.


Был ваҡытта әсәһе өс эштә эшләгән һәм ғаиләһен ҡарар өсөн ял күрмәгән. Өйҙә булған ваҡытта иренең тауыш ҡуптарыуына, ҡул күтәрелеүенә түҙгән.
- Беҙ тамуҡта йәшәнек, - ти Ләйсән.


Уға 11 йәш булғанда, әсәһе иренән киткән. Ләйсән оҙаҡ ваҡыт атаһын ғәфү итә алмай. Психологик терапиянан һуң ғына үҙе атаһына шылтыратҡан.
- Шылтыраттым да: "Атай, мин бик һағынам", - тинем. Осрашыуға тиклем уға күп нәмәне һөйләрмен тигән инем. Ә күргәс, йүгереп килдем дә, бәләкәй бала шикелле, илап ебәрҙем. Был өс көнлөк тормошта бер беребеҙҙе рәнйетеү ярамай икәнен аңланым, - ти яҡташыбыҙ.

Спорттағы оло еңеүҙәр еңел бирелмәй Ләйсәнгә.

Сығанаҡ: "Шоңҡар" журналынан

Автор:Карима Усманова