Йәмғиәт
8 Октября , 14:10

Иремдең һөйәркәһе барлығын ҡәйнәм дә белгән!

Ә ул миңә уны "һеңлем" тип таныштырҙы... 

Добавить в предпочтительные источники Google
Иремдең  һөйәркәһе барлығын ҡәйнәм дә белгән!Иремдең  һөйәркәһе барлығын ҡәйнәм дә белгән!
Иремдең һөйәркәһе барлығын ҡәйнәм дә белгән!

Биш йыл ирем менән татыу ғына йәшәнек. Ул аҙ һүҙле кеше, әммә бер ҡасан да мине рәнйетмәне, ауыр һүҙ әйтмәне. Эштән ҡайтыр ҙа, ашап алыр, телевизор алдына ултырыр ине. Балаларыбыҙ үҫә. Мин үҙемде бәхетле ҡатын, әсә тип иҫәпләнем. Иремә ҡарата бер ниндәй ҙә шигем булманы, уға мөкиббән китеп ышана инем - иң ҙур хатам шул булды. 

Бер көн ирем ишектән бер ҡатын-ҡыҙ менән килеп инде.

— Таныш бул, был — минең һеңлем, ҡаланан ҡунаҡҡа килде, — тине ул.

Мин ҡунаҡ ҡыҙға ихлас ҡыуандым. Ул матур, көләс йөҙлө, ҡулында миңә тип алып килгән бүләге лә бар ине. Самауыр ҡуйып, оҙаҡ итеп сәй эсеп ултырҙыҡ. Ул үҙенең тормошо тураһында һөйләне, мин тыңланым. Шик тигән нәмә башыма ла инеп сыҡманы.

Ул беҙҙә бер нисә көн ҡунаҡ булды. Ирем эшкә киткәс, икәү ҡалып, бергә аш бешерҙек, баҡсаға сыҡтыҡ, ул миңә ярҙамлашып йөрөнө. Мин уны үҙ һеңлем кеүек яратып ҡабул иттем.

Бер көндө иртәнсәк ул эшем бар тип ҡалаға сығып китте. Телефонын өйҙә онотоп ҡалдырғайны. Өҫтәлдә ятҡан телефонға ҡапыл смс-хәбәр килеп төштө: экранда иремдең исеме балҡып китте. Нишләп уны ҡулыма алғанымды үҙем дә белмәйем.

Өҫкәрәк шылдырып ҡараным — хәбәр алышыуҙар бер-ике көнлөк түгел, айҙарға, бәлки, йылдарға һуҙылған ине. "Һағындым, ҡасан киләһең?" тип яҙған ҡатын. "Тиҙҙән. Ҡатыным белмәй", тип яуап биргән ирем.

Ҡатып ҡалдым. Ҡулдарым ҡалтыраны, күҙ алдым ҡараңғыланды. Аңым ҡабул итмәйенсә, күҙҙәремә ышанмайынса хәбәрҙәрҙе ҡат-ҡат уҡыным. Янымда бер ни булмағандай ашаған, көлгән, мине ҡосаҡлаған ирем икенсе берәүгә шундай наҙлы ошо һүҙҙәрҙе яҙғанмы?.. Минең сәйемде эскән, ашымды маҡтап ашаған, ҡаршымда бер ни булмағандай көлөп-йылмайып хәбәр һөйләгән теге ҡатын һуң?.. Башҡа һыйырлыҡ та түгел...

Кис ирем эштән ҡайтҡанда бер аҙ тынысланғайным инде. Оҙаҡҡа һуҙмай унан теге ҡатын тураһында һораным. Ул башта инҡар итеп маташты:

— Һеңлем, тинем бит. Һин нимә, аптырай башланыңмы әллә?

Теге ҡатындың онотолоп ҡалған телефонын алдына һалдым. Ирем оҙаҡ ҡына һүҙһеҙ торҙо, башын түбән эйеп бер ултырҙы, бер торҙо.

— Ғәфү ит... — тине оҙаҡ ҡына өндәшмәй торғандан һуң.

— Ниңә һеңлем тип таныштырҙың һуң? — тип һораным, йәнем әсеп.

— Һин белмәһен тип...

— Әсәйең беләме? 

Ул оҙаҡ өндәшмәне, ахырҙа ғына:

— Белә, — тип яуап бирҙе.

Шул саҡ барыһы ла асыҡланды. Ҡәйнәм дә белгән! Ул миңә һәр ваҡыт йылы ҡараны, килһәм, сәйен ҡуйып көтөп алды, ә үҙе улының мине алдағанын белеп йөрөгән! Күңелемдә зыңлап ниҙер өҙөлдө.

Шул кистә үк сығып китергә булдым. Балаларымды ҡосаҡлап алдым да үҙемдең кейемдәремде генә йыйып сумкаға тултырып, өйҙән сығып киттем.

— Китмә, мин һине генә яратам! - тип ҡысҡырып ҡалды ирем артымдан.          

Күңелем шул тиклем ҡатҡайны, әйләнеп тә ҡараманым.

Хәҙер үҙем генә донъя көтәм, эшкә йөрөйөм. Балаларым — минең янымда, улар миңә көс бирә. Бәхетлемен тип әйтә алмайым, әммә күңелем тыныс. Ә тыныслыҡ — ул да бәхет.

"Ғәфү иттеңме?" — тип һорайҙар минән. Был хәлде насар төш кеүек онота барам ахыры, ә был — иң мөһиме. Күңелдә элекке иремә ҡарата асыуым да юҡ, тик ғәфү иттем тип барыбер әйтә алмайым... Тәрән күңел ғазабы кисергәндән һуң көслөрәккә әйләндем, үҙ тормошомдо ҡулыма алдым.

Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ? Ир ҡатынын алдаһа, уны ғәфү итеп буламы, әллә ташлап китергә кәрәкме?

Социаль селтәрҙәрҙә һөйләшелгән тема.

Фото: нейроселтәр

Автор:Илмир Ҡотлогилдин