Йәмғиәт
9 Октября , 16:45

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Миҙхәт Шакировҡа һәйкәл асылды

Эшкә урынлашҡанда шәхсән үҙе минең менән 20 – 25 минут самаһы әңгәмә үткәрҙе, тормошҡа ҡарашым, пландарым менән ҡыҙыҡһынды. Был да уның кадрҙар әҙерләү йәһәтенән ниндәй сәйәсәт алып барғанын, йәштәргә мөнәсәбәтен асыҡ күрһәтә, тип уйлайым. Ул шундай оло шәхес булыуына ҡарамаҫтан, тормошта бик ябай булды. Эшкә йәйәү йөрөнө. Кешеләргә кеселекле мөнәсәбәте менән халыҡ һөйөүен яуланы...

Добавить в предпочтительные источники Google
Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Миҙхәт Шакировҡа һәйкәл асылдыӨфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Миҙхәт Шакировҡа һәйкәл асылды
Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Миҙхәт Шакировҡа һәйкәл асылды

Республика көнө байрамы алдынан баш ҡалабыҙ Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Миҙхәт Шакировҡа һәйкәл асылды. КПСС-тың Башҡортостан Өлкә комитетының беренсе секретары Миҙхәт Закир улы республикаға 18 йыл – 1969 йылдан 1987 йылға тиклем етәкселек итә. Быйыл, 5 октябрҙә, уның тыуыуына 110 йыл тулды.

Төбәгебеҙ үҫеше өсөн фиҙакәр хеҙмәт иткән дәүләт эшмәкәренең яҡты иҫтәлеген мәңгеләштереп, һәйкәл асыуҙы һорап, дәүләт хеҙмәте ветерандары һәм халыҡ мөрәжәғәт итә. Был тәҡдим республика Башлығы Радий Хәбировтың һәм етәкселектең хуплауын тапты һәм баш ҡаланың Миҙхәт Шакиров исемен йөрөткән скверында бөтә аңлы ғүмерен тыуған еренә һәм халҡына хеҙмәткә арнаған шәхескә һәйкәл ҡалҡты.

Дәүләт эшмәкәренә һәйкәлде асыу хоҡуғы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа, Миҙхәт Шакировтың ҡыҙы Неля Имашеваға һәм ейәнсәренә бирелде.

– Бөгөн бик үҙенсәлекле көн. 5 октябрҙә Миҙхәт Закир улының тыуыуына 110 йыл тулды, ә әле Республика көнөн билдәләйбеҙ. Һәйкәлде ҡасан асыуҙы планлаштырған саҡта, был ваҡиғаның тап ошо октябрь айында булыуын теләнек. Күптәр: “Был идея нисек тыуҙы?” – тип һорай. Был – беренсенән, мәшһүр дәүләт эшмәкәренә хөрмәт билдәһе. Ул саҡта булдырылғандың һөҙөмтәһен бөгөн дә татыйбыҙ, күрәбеҙ, әлеге ныҡлы иҡтисади базаға тап шул осорҙа уҡ нигеҙ һалынған һәм бының өсөн 18 йыл дауамында республиканы оло һөйөү, кешеләргә ҙур хөрмәт менән етәкләгән, алға әйҙәгән Миҙхәт Закир улына ла рәхмәт әйтәбеҙ. Икенсенән, был һәйкәл ­– дәүләт хеҙмәте ветерандарына, республикаға идара итеүҙә ҡатнашҡан, уның үҫешенә ҙур өлөш индергән кешеләргә, романтик рухлы төҙөүселәр быуынына, шул дәүер вәкилдәренә рәхмәт билдәһе, - тине Радий Хәбиров. 

М.З. Шакировтың етәкселеге осоронда республикала күләмле программалар тормошҡа ашырыла: сәнәғәт предприятиелары, социаль-мәҙәни тәғәйенләнештәге объекттар һәм торлаҡ реконструкциялана һәм төҙөлә, сәнәғәт һәм ауыл хужалығы продукцияһын етештереү арта, фән һәм мәҙәниәт әүҙем үҫешә. Ауыл хужалығын үҫтереүҙәге ҙур ҡаҙаныштары һәм Башҡортостандың социалистик йөкләмәләрен үтәүҙе тәьмин итеүе өсөн Миҙхәт Шакировҡа илдең юғары наградаһы – Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә. Ул бихисап орден һәм миҙалдар кавалеры булып таныла. Әммә уның абруйы наградаларға түгел, ә республика һәм ил мәнфәғәте өсөн башҡарған фиҙакәр хеҙмәтенә бәйле була. Коллегалары һәм иптәштәре Миҙхәт Закир улының ойоштороу һәләтен һәм эшһөйәрлеген һәр ваҡыт юғары баһалай.

“Уның үҙенә генә хас эш алымы булды. Ул киң даирәле белеме, ойоштороу һәләте, әүҙемлеге, холҡондағы ныҡышмалылыҡ менән айырылып торҙо. Һәр нәмәлә тәртип яратты”, – тип билдәләп үтте һәйкәл асыу тантанаһында ҡатнашҡан дәүләт хеҙмәте ветерандары.

ФЕКЕР

Хәләф ИШМОРАТОВ, дәүләт хеҙмәте ветераны:

– Был һәйкәлдең асылыуы – ул Миҙхәт Закир улының шәхесенә лайыҡлы баһа биреү, тип ҡабул итәм. Ошо башланғысты тормошҡа ашырғаны өсөн республика етәкселегенә оло рәхмәт.

Миҙхәт Закир улы етәкселек иткән йылдарҙа миңә ВЛКСМ-дың Башҡортостан Өлкә комитеты секретары булып эшләргә тура килде. Эшкә урынлашҡанда шәхсән үҙе 20 – 25 минут самаһы әңгәмә үткәрҙе, тормошҡа ҡарашым, пландарым менән ҡыҙыҡһынды. Был да уның кадрҙар әҙерләү йәһәтенән ниндәй сәйәсәт алып барғанын, йәштәргә мөнәсәбәтен асыҡ күрһәтә, тип уйлайым.

Ул саҡта республикабыҙҙа өс удар комсомол төҙөлөшө барҙы. Ғөмүмән, Башҡортостан ғәйәт ҙур төҙөлөш майҙанын хәтерләтә ине. Был йылдарҙа республика бөтә союз кимәлендә ныҡ үҫешкән төбәк булараҡ танылыу яуланы. Әлбиттә, был ҡаҙаныштарҙың башында ғәҙел, эшһөйәр етәксе Миҙхәт Шакиров торҙо. Тағы ла шуны әйткем килә: ул шундай оло шәхес булыуына ҡарамаҫтан, тормошта бик ябай булды. Эшкә йәйәү йөрөнө. Кешеләргә кеселекле мөнәсәбәте менән халыҡ һөйөүен яуланы. Уның тормош юлы, һис шикһеҙ, бөгөнгө йәштәр, йәш быуын етәкселәр өсөн өлгө булып тора.

Гөлдәр Яҡшығолова һәм Башҡортостан Башлығы сайтынан алынған фотолар. 

 

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Миҙхәт Шакировҡа һәйкәл асылды
Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Миҙхәт Шакировҡа һәйкәл асылды
Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Миҙхәт Шакировҡа һәйкәл асылды
Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Миҙхәт Шакировҡа һәйкәл асылды
Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Миҙхәт Шакировҡа һәйкәл асылды
Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Миҙхәт Шакировҡа һәйкәл асылды
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова