Йәмғиәт
10 Октября , 19:25

Малай кешегә нисә йәшкә тиклем әсәһе менән мунса инергә ярай?

Күптән түгел яҡын әхирәтем мине ныҡ ҡына тәнҡитләне. “Һин улыңды бигерәк әпәүләйһең, “маменькин сынок” итеп үҫтерәһең”, – тине. Уның был һүҙҙәренән һуң уйлана башланым. Әлбиттә, мин улымдың ысын ир-егет булып буй еткереүен, терәгем, таянысым булыуын теләйем. Әммә алты йәшлек баланы... 

Добавить в предпочтительные источники Google
Малай кешегә нисә йәшкә тиклем әсәһе менән мунса инергә ярай?Малай кешегә нисә йәшкә тиклем әсәһе менән мунса инергә ярай?
Малай кешегә нисә йәшкә тиклем әсәһе менән мунса инергә ярай?

“Институтты тамамлап, бер йыл эшләп, 23 йәшемдә кейәүгә сыҡтым. Әммә ғаилә тормошом килеп сыҡманы, өс йыл йәшәп айырылыштыҡ. Улыма ике йәш ине.

Әлбиттә, берәү ҙә “ярай, тормош ҡороп ҡарайым да, килеп сыҡмаһа, айырылырмын” тип ғаилә ҡормай. Әммә минең осраҡта шулай булды шул. Уның ҡарауы – алтын кеүек улым бар! Ул – тормошомдоң йәме лә, мәғәнәһе лә. Тырышып эшләйем, өҫтәмә эштәр башҡарам, район үҙәгенән бер бүлмәле булһа ла фатир һатып алдым. Барыһы ла улым хаҡына! 

Күптән түгел яҡын әхирәтем мине ныҡ ҡына тәнҡитләне. “Һин улыңды бигерәк әпәүләйһең, “маменькин сынок” итеп үҫтерәһең”, – тине. Уның был һүҙҙәренән һуң уйлана башланым. Әлбиттә, мин улымдың ысын ир-егет булып буй еткереүен, терәгем, таянысым булыуын теләйем.

Улыма тиҙҙән алты йәш тула. “Алты йәшлек бала үҙен-үҙе ҡарай башларға, һәр хәлдә мунсала үҙе йыуынырға тейеш”, – ти психолог әхирәтем. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ? Әхирәтем дөрөҫ кәңәш бирәме? Улдарығыҙ нисә йәштән үҙаллы була башланы?”

Улым менән аҙна һайын ялдарҙа атай-әсәй янына ҡайтып йөрөйбөҙ. Улар ҙа был мәсьәләлә бер нимә лә өндәшмәй. Атайыма "ейәнең һинең менән мунса инә башлаһын" тип әйтергә уңайһыҙ кеүек. Әсәйем аша әйттерергәме әллә, әхирәтем әйткәнсә, улыма "һиңә яңғыҙың йыуына башларға ваҡыт" тиергәме? 

(30 йәшлек Ләйсән исемле ҡатындың яҙмаһы).

Фото яһалма зиһен ярҙамында эшләнде. 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова