

Яратҡан йырсыбыҙ Гөлназ Асаева яңы йыры менән ҡыуандырмаҡсы. Ләкин уны яҙҙырған саҡта бәхәс сыҡҡан. Был турала ул социаль селтәрҙә һөйләне.
– Минең командам ике лагерға бүленде: кемгәлер аранжировка оҡшай, кемгәлер – юҡ. Концерт директорыма ул бөтөнләй оҡшамай. Уның истерикаһы булды. Ул: “Гөлназ, быны нисек һатасаҡмын. Юҡ. Был стандарт түгел. Нимә эшләйһең?” – ти. Әҙерәк аңлашылмаусанлыҡһыҙ булманы, әлбиттә, – ти Гөлназ.
Беҙ Гөлназдың ныҡышмал, сая холҡон да беләбеҙ. Шуға ул үҙ һүҙендә тора.
– Беҙ ныҡышмалы кешеләр, “юҡ” тиһәләр, был минең өсөн “эйе” тигәнде аңлата. Уларға оҡшамай икән, тимәк был шәп. Иң мөһиме, йыр тамашасыларға оҡшар тип өмөтләнәм. Унда ниндәйҙер яңы, матур нәмә бар, – ти йырсы.
Яңы йырҙы көтөп ҡалабыҙ.
Фото: социаль селтәрҙәр.