Йәмғиәт
11 Октября , 18:55

Тома һуҡыр өләсәй 100 пар ойоҡбаш бәйләгән

Рамаҙандың өләсәһе һигеҙ бала тәрбиәләп үҫтергән. Малай, яҡын кешеһе менән ғорурланып, уға ярҙам итеүе тураһында һөйләй.

Добавить в предпочтительные источники Google
Тома һуҡыр өләсәй 100 пар ойоҡбаш бәйләгәнТома һуҡыр өләсәй 100 пар ойоҡбаш бәйләгән
Тома һуҡыр өләсәй 100 пар ойоҡбаш бәйләгән

Әбйәлил районының Красная Башкирия ауылынан һигеҙ йәшлек Рамаҙан яугирҙәргә ойоҡбаш бәйләгән һуҡыр өләсәһе тураһында һөйләгән.

Клара Ярулла ҡыҙы Кирәева - беренсе төркөм инвалиды, ул бөтөнләй күрмәй: энәләрҙе лә, еп-йөндө лә. Әммә алтын ҡуллы һәм изге йөрәкле өләсәй тик ултырмай. Ул һалдаттар өсөн ойоҡбаш бәйләй: бармаҡтары менән һәрмәп бәйләй, ә ейәне Рамаҙан уға ярҙамлаша.

Күптән түгел улар махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә 100 пар ойоҡбаш ебәрә. Йәйгеһен Силәбе өлкәһенең Ершовка ауылы юбилейы айҡанлы уҙған байрамға ла өләсәй уларҙы алып килеп ирекмәндәргә тапшыра. МХО-ға ярҙамы өсөн Клара Ярулла ҡыҙына грамота һәм бүләк тапшыралар, әммә ул тыйнаҡ ҡына итеп: "Был - минең бурысым. Малайҙар унда өшөмәһен", - тип яуап бирә.

2-се класта уҡыған Рамаҙан өләсәһенә ярҙам итә: еп-йөндө алып биреп тора, бәйләмдәге рәттәрҙе-күҙҙәрҙе һанай, ҡайһы берҙә өләсәһе бәйләгәндә уға ҡысҡырып нимәлер уҡый.

Малай үҙенең өләсәһе менән ғорурланыуын һәм шундай уҡ көслө һәм изге күңелле кеше булып үҫергә теләүен белдерә. Афарин! Ә өләсәйгә ҙур рәхмәт белдерәбеҙ һәм балалары, ейәндәре, бүләләре тәрбиәһендә оҙон ғүмер кисереүен теләйбеҙ.

 

Фото һәм сығанаҡ: Абзелил, Кизильский вестник гәзиттәре.

 

Тома һуҡыр өләсәй 100 пар ойоҡбаш бәйләгән
Тома һуҡыр өләсәй 100 пар ойоҡбаш бәйләгән
Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова