

Был хәлде Мәләүез районы Боһорман ауылында йәшәгәндәрҙең һөйләгәненән яҙып алдыҡ.
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып ҡайтып, ике ҡатын менән ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп, ихлас йәшәй Степан ҡарт. Ҡартайып дауаханаға эләккәс, өлкән йәштәге ҡатыны яңғыҙы йоҡларға ҡурҡа башлай. Юҡ-юҡ та өй тышында кемдер шаҡылдатып тауыш сығарып, ҡыштырлап, өй башында боларып йөрөй башлаған кеүек ишетелә. Йоҡларға ла ҡурҡа башлағас, әбей тәҙрә асып, ярҙам һорап ҡысҡырырлыҡ хәлгә барып етә: ауыл ирҙәрен саҡырып, күҙгә күренмәгән йәнде өркөтөргә була.
Элегерәк бура өйҙәрҙең сарҙағына күтәрелер өсөн йәтеш кенә итеп баҫҡыс эшләп ҡалдыра торғайнылар. Шуның аша ирҙәр менеп, күҙгә күренмәгән йәнгә башта һөт биреп ҡарағандар. Сүмесе менән атып бәрә, ти теге һөттө. Һыҙғырып та, һүгенеп тә, таяҡ менән һуҡҡылап та, уҡынып та уны ҡыуа башлайҙар. “Нимә шаулап кеше ҡурҡытып йөрөйһөң, кил миңә йәшәргә, мин барыбер яңғыҙым”, - тип әйтә икән дә эсергә яратҡан бер ир. Тик күҙгә күренмәгән йән уға эйәрмәгән. “Йә бер мөйөштә, йә икенсе мөйөштә шаҡылдатып йөрөүен белә. Хатта аяғын һөйрәп атлап баҫып йөрөгәнен тойҙоҡ. Таяҡ менән һуҡҡылап, эҙләй торғас, бер мөйөштә боронғо ағас тәре таптыҡ”, - тип һөйләй урындағы халыҡ. Уны утта яғырға ла, күмергә лә ярамаған: ауыл халҡы уларҙы йылға буйлап ағыҙып ебәрә. Шунан һуң был өй тынысланып ҡалған.
Кулугурҙар - христиан диненә ҡараған староверҙар. Улар араһында әҙәпһеҙ һүҙ һөйләү, тәмәке тартыу, көслө эсемлектәр эсеү тыйылған. Общиналары һәр ваҡыт берҙәмлек һәм үҙ-ара ярҙам итеү менән айырылып торған. Уларға бер ҡасан да башҡаларҙың - «доға ҡылмағандарҙың» һауыт-һабаһынан ашарға ярамаған. Шуға күрә ҡунаҡҡа улар һәр ваҡыт үҙҙәренең һауыт-һабаһы менән йөрөгән.
Фото яһалма зиһен ярҙамында эшләнде.