Йәмғиәт
12 Октября , 19:15

"Был ике ҡатын миңә тормош бүләк итте"

Рөстәм уларға рәхмәт әйтеп өлгөргөм килә ти. Ул быны нисек эшләй? 

Добавить в предпочтительные источники Google
"Был ике ҡатын миңә тормош бүләк итте""Был ике ҡатын миңә тормош бүләк итте"
"Был ике ҡатын миңә тормош бүләк итте"

Билдәле блогер, альпинист Рөстәм Нәбиев яҡын кешеләрен – үҙен ҡарап үҫтергән инәйен һәм ауыр саҡта ярҙам иткән, атаһының ҡатыны Алинаны ялға ебәргән. Был юлы – Мысырға. Рөстәм яҙыуынса, был уларҙың һуңғы йылдарҙағы ошондай өсөнсө сит ил сәйәхәте.

“Һәм, моғайын, кем өсөндөр был сираттағы ял. Диңгеҙ, ҡояш, матур фотолар… Ә минең өсөн был сәйәхәттәр артында тотош тормош тора. Минең тормошом.

Бәләкәй сағымда яҙмыш мине әсәйемдән мәхрүм итте. Һәм шул саҡта янымда инәйем булды. Уның үҙ балалары, үҙ хәстәрҙәре, үҙ ауырлыҡтары була. Әммә ул мине үҙ улы кеүек ҡабул итте һәм тәрбиәләп үҫтерҙе.

Ул миңә ғүмере йылдарын бирҙе. Үҙенә бағышлай алған йылдарҙы. Мине ҡайғыртты, борсолдо, тәрбиәләне, балалыҡ менән күрһәткәән мыжыҡлыҡтарымды күтәрҙе. Һәм иң мөһиме, мин был донъяла бер үҙем түгеллеген тойҙом.

Ә йылдар үткәс, казарма емереклектәре аҫтында минең ғүмерем өҙөлә яҙғасс, янымда икенсе ҡатын, Алина, булды. Ун бер ай ул мине хәрби госпиталдә тәрбиәләне. Ун бер ай ауыртыу, кисерештәр, билдәһеҙлек. Минең менән артабан нимә буласағын үҙем дә аңламаған саҡта, ул эргәлә булды. Минең ярҙамһыҙ һәм башҡаларҙың хәстәрлегенә мохтаж булған мәлдәремде күрҙе.

Беләһегеҙме, мин йыш ҡына нимә тураһында уйлайым? Тормошобоҙҙа беҙҙең өсөн бик күп эштәр башҡарған кешеләр бар, ә беҙ уларға алмашҡа бер нәмә лә бирә алмайбыҙ. Берәүһе миңә үҫергә ярҙам итте. Икенсеһе миңә һауығырға һәм терелергә ярҙам итте. Һәм бөгөн, мөмкинлегем булғанда, мин уларҙың ҡасандыр миңә бүләк иткән йылылығын бер аҙ булһа ла ҡайтарырға теләйем.

Әлбиттә, бер ниндәй сәйәхәт, бүләктәр һәм аҡса менән дә мөхәббәт һәм хәстәрлек өсөн түләп булмай. Эйе, тырышмайым да. Мөхәббәт бурыстар менән үлсәнә алмай.

Әле минең тормошом ныҡ үҙгәрҙе. Минең үҙ ғаиләм, өс балам, эшем, осрашыуҙар, сәйәхәттәр, йөкләмәләрем бар. Ҡайһы берҙә тәүлектә сәғәт етмәй кеүек тойола. Әммә быларҙың барыһы араһында мин үҙ юлымдың бер өлөшө булған кешеләрҙе онотмаҫҡа тырышам. Һәр кемгә иғтибарлы булырға кәрәк. Һәр кемде хәстәрлек менән уратып алырға теләйем.

Олоғайған һайын бер ябай нәмәне күберәк аңлайым. Иң ҡурҡынысы, яҡындарыңа рәхмәт әйтергә мөмкинлек булмауында түгел. Иң ҡурҡынысы, мөмкинлек килеп сыҡҡас, рәхмәт әйтергә кешенең булмауы”, – тип яҙҙы ул.

Шуға күрә Рөстәм мөмкинлек һәм ваҡыт булғанда яҡындарға һәм ярҙам иткән кешеләргә яҡшылып эшләп ҡалырға саҡыра. Яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ, бергә булығыҙ ти ул.

Фото: Р. Нәбиевтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән. 

Автор:Альфия Мингалиева