

Дөрөҫмө-түгелме кешенән кәмселек эҙләгәндәр, уны күпертеп һөйләгәндәр йыш осрай. Ә ҡайһы берәүҙәр ләститкә бөтөнләй ҡаршы, улар “был миңә ҡыҙыҡ түгел” тип һөйләшеүҙән шунда уҡ ситләшә.
Ниндәй төр кешеләргә ғәйбәт һөйләү хас?
1) Үҙҙәренә ышанмағандарға. Улар башҡаларҙың етешһеҙлеген эҙләү иҫәбенә үҙ-үҙҙәрен раҫларға ынтыла, сөнки башҡаларҙың эше насарыраҡ барһа, уларға рәхәтерәк.
2) Ыңғай күңел кисереше етмәгәндәр ҙә ғәйбәт һөйләүгә әүәҫ. Был уларға эске күңел бушлығын тултырырға ярҙам итә, күңел асыу сараһы булып тора. Тимәк, уның үҙенең тормошонда ҡыҙыҡлы нәмәләр бик аҙ.
3) Көнсөл кешеләргә лә был холоҡ хас. Был ғәҙәттәре эске уңайһыҙ күңел торошонан ҡотолорға булышлыҡ итә.
Ни өсөн кеше ғәйбәт һөйләргә ярата һуң? Сәбәптәре төрлө. Ошо рәүешле улар үҙҙәренең статусын күтәрергә тырыша. Башҡаларҙың кәмселеген тикшереп, улар алдында үҙҙәренең күп белеүен раҫларға маташа. Был уның ҡәнәғәтһеҙлек тойғоһон юҡ итергә булышлыҡ итә. Ғәйбәт һөйләү уның үҙ проблемаларын оноттора.
Кемгәлер ғәйбәт һөйләү эмоциональ көсөргәнештән ҡотолоу сараһы икән. Эстәге парҙарын сығарып, стрестан бушап ҡалалар.
Үҙеңдең кәмселектәрең тураһында онотоп, башҡаларҙыҡын тәмләп-тәмләп һөйләп йөрөү, яманлау бер кемде лә биҙәмәй. Киреһенсә, ундайҙарҙан йырағыраҡ булырға тырышаһың. Ислам динендә лә ғәйбәт һөйләү ҙур гонаһ һанала. Ул хатта үлгән кешенең итен ашау менән сағыштырыла.
Һүҙ генә бит ул, тиергә ашыҡмағыҙ. Кеше һүҙе кеше үлтерә, тип юҡҡа әйтмәгән халыҡ.
Автор фотоһы.