Йәмғиәт
14 Октября , 17:00

Өфө – өммәтте көсәйтер үҙәк

“Исламдың юғары маҡсаттары һәм ҡиммәттәре” XVII халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы донъя мосолмандарын уртаҡ маҡсатта берләштерҙе.

Добавить в предпочтительные источники Google
Өфө – өммәтте көсәйтер үҙәкӨфө – өммәтте көсәйтер үҙәк
Өфө – өммәтте көсәйтер үҙәк

Баш ҡалабыҙ Өфөлә 14-15 октябрҙә “Исламдың юғары маҡсаттары һәм ҡиммәттәре” XVII халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы үтә. Рәсәй халыҡтарының берҙәмлек йылына бағышланған сараға 400 самаһы кеше – мосолман өммәте, йәмәғәтселек вәкилдәре, эксперттар йыйылды, шул иҫәптән БДБ илдәренән ҡунаҡтар килде.

“Беҙҙә дин нигеҙендә низағтар булманы һәм булмаясаҡ”

Конференцияны Ислам мәҙәниәтенә, фәненә, мәғрифәтенә булышлыҡ итеү фонды һәм Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Дәүләт-конфессия мөнәсәбәттәре буйынса совет ярҙамында Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты, Рәсәй ислам университеты ойошторҙо.

– Был йыйын төрлө конфессиялар, милләттәр араһындағы теләктәшлекте нығытыу, Рәсәйҙең донъялағы мосолман илдәре менән бәйләнешен үҫтереү йәһәтенән яңы алымдар табыу маҡсатында үткәрелә, – тине сараның пленар ултырышын асыу мәлендә Юғары мөфтөй Тәлғәт хәҙрәт Тажетдинов. – Дәүләт етәкселегенең халыҡтар берҙәмлеген, илдең бойондороҡһоҙлоғон көсәйтеү буйынса башҡарған эштәрен тулыһынса ҡеүәтләп, Рәсәй мосолмандары башҡа барлыҡ традицион конфессиялар вәкилдәре менән берлектә үҙаллығыбыҙҙы, электән килгән көс-ҡеүәтебеҙҙе һаҡлауға ҙур өлөш индерә.

Юғары мөфтөй конференцияны асыу сығышынан һуң махсус хәрби операцияла һәләк булған имамдарҙың – Федоровка районынан Айҙар хәҙрәт Хәбибуллин менән Дүртөйлөнән Илнур хәҙрәт Ғилемхановтың туғандарына Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының иң ҙур наградаһын – “Иман һәм намыҫ” орденын тапшырҙы.

Пленар ултырышта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты. Ул сығышында республикабыҙҙа төрлө милләт һәм конфессия вәкилдәренең күп быуат дауамында дуҫ, татыу йәшәүен, күркәм мөнәсәбәттәрҙең бөгөн дә ҡәҙерләп һаҡланыуын, лайыҡлы дауам итеүен билдәләне.

– Был тәү сиратта оло хөрмәткә эйә лидерҙарыбыҙҙың ҡаҙанышы. Улар бөгөн беҙҙең арабыҙҙа, – тине Радий Фәрит улы. – Бер-береһенә ҡарата ихтирамлы мөнәсәбәт күрһәтеп, динде үҫтереүгә уртаҡ көс һалған руханиҙарыбыҙ донъя кимәлендә именлекте һаҡлауға тос өлөш индерә. Төбәгебеҙҙә дин нигеҙендә низағтар булманы, әле лә юҡ һәм, ышанам, булмаясаҡ.

Башҡортостан Башлығы республикабыҙҙың мосолман илдәре менән әүҙем хеҙмәттәшлек итеүен билдәләне. “Беҙ дүрт пилот төбәк иҫәбендә партнерҙар финанслауы тураһындағы федераль законды тормошҡа ашырабыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Был эш мосолман илдәренән инвестициялар йәлеп итеүгә булышлыҡ ҡыласаҡ. “Хәләл” индустрияһы ла үҫеш юлында. Мәҙәниәт, мәғариф өлкәһендә бәйләнештәр киңәйә. Республиканың юғары уҡыу йорттарында 10 мең самаһы сит ил студенты белем ала, уларҙың алты меңгә яҡыны – Ислам хеҙмәттәшлеге ойошмаһы ағзалары булған дәүләттәрҙең граждандары”.

Радий Фәрит улы дин үҙәктәренең махсус хәрби операцияға гуманитар ылау йыйып ебәреү, яугирҙәрҙең ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү буйынса эшмәкәрлеген юғары баһалап, рәхмәт әйтте. Ул шулай уҡ, йәмғиәттең дини-әхлаҡи үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн, Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты составындағы Башҡортостан мосолмандары Төбәк диниә назараты рәйесе Мөхәммәт Тажетдиновҡа Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһын тапшырҙы.      

Халыҡ-ара килешеүҙәр төҙөлдө

“Конфессияларҙың, мәҙәниәттәрҙең төрлөлөгө – илебеҙҙең төп байлыҡтарының береһе, – тип билдәләне пленар ултырыштағы сығышында Рәсәй Президенты идаралығының Дини ойошмалар менән бәйләнеш буйынса департаменты етәксеһе урынбаҫары Алмас Фәйзуллин. – Үҙәк диниә назараты – илебеҙҙәге иң боронғо дини ойошма – дәүләттең халыҡ-ара татыулыҡты һаҡлауҙа, рухи теләктәшлекте үҫтереүҙә ышаныслы партнеры”.

Иорданиялағы Халыҡ-ара ислам университеты, Болгар ислам академияһы, Рәсәй ислам университеты профессоры Абразаҡ Әсәди үҙенең сығышында барлыҡ конфессия вәкилдәре өсөн тыныслыҡтың, аңлашып йәшәүҙең мөһимлеген билдәләне. “Ошо йәһәттән әлеге конференцияның әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ”, – тине ул. Рәсәйҙең Сит ил эштәре министрлығы вәкиле Михаил Мелех та киң фекер алышыу майҙансығының имен киләсәк өсөн мөһимлеген билдәләне. “Башҡортостан сираттағы мәртәбә, бар милләт һәм конфессияларҙың мәнфәғәттәрен ҡайғыртып, ҙур йыйынға тупланы, – тине ул. – Ил Президенты Владимир Путин тарафынан иғлан ителгән Рәсәй халыҡтарының берҙәмлек йылының тамырҙары тәрәндә. Ватаныбыҙ – төрлө милләт, дин, мәҙәниәт вәкилдәре өсөн тыуған йорт. Беҙҙә быуаттар дауамында мосолмандар, христиандар, буддистар, йәһүдтәр һәм башҡа конфессиялар туғандарса берләшеп, татыу йәшәй. Ошо һыҙат – тормош асылыбыҙ, киләсәк яҙмышыбыҙ”.

Был һүҙҙәрҙе пленар ултырышта ҡатнашҡан һәр кем хуплап, артабан да ошо юлдан барыу кәрәклеген билдәләне. “Халыҡтар араһындағы берҙәмлекте нығытыу – көндәлек хеҙмәт. Һәр беребеҙ үҙ урынында ошо маҡсатта өҙлөкһөҙ эшләүҙе дауам итергә тейеш”, – тине Рус православие сиркәүе вәкиле – Мәскәү һәм Рәсәй Патриархы ҡарамағындағы Ислам донъяһы менән бәйләнеш буйынса эксперт советы рәйесе Григорий Матрусов.     

Диндәрҙе үҫтереүҙең, тыныслыҡтың нигеҙе – белемле булыуҙа. Конференциялағы бар саралар шул маҡсатҡа йүнәлтелде. Дини ғилемде камиллаштырыу, сифатын яҡшыртыу ниәтендә Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты, уның Рәсәй ислам университеты төрлө дәүләттәрҙең юғары уҡыу йорттары менән халыҡ-ара килешеүҙәр төҙөнө.

Артабан ойошторолған ҙур сарала – “Евразия киңлегендә ислам мәғрифәтен үҫтереү” темаһына II халыҡ-ара “түңәрәк өҫтәл”дә лә дини мәғарифтың, рухи-әхлаҡи белем биреүҙең көнүҙәк мәсьәләләре буйынса киң фекер алышыу булды. Заман саҡырыуҙары шарттарында иң мөһим бурысыбыҙ – дини берләшмәләрҙе, идаралыҡтарҙы уртаҡ маҡсатта берләштереү, тине донъяның төрлө ерҙәренән йыйылған мосолман ҡәрҙәштәребеҙ. Улар Ислам мәғрифәтен һәм уның күп кимәлле системаһын ойоштороу буйынса фекер алышты, урындағы тәжрибә өлгөләре тураһында һөйләне, үҙҙәрендә лә ошондай ҙур сара үткәреү теләген белдерҙе.

Конференцияның икенсе көнөндә Рәсәй ислам университетында, “Ғәлиә-Диниә” мәҙрәсәһенең 120 йыллығына бағышлап, VI “Камали уҡыуҙары” Рәсәй студенттар ғилми-ғәмәли конференцияһы була. Шулай уҡ илдең мосолман белем биреү ойошмалары шәкерттәре араһында иң яҡшы фәнни докладҡа конкурс үткәреләсәк.

Гөлнара ҒӘНИЕВА, Үзбәкстандағы Ислам цивилизациялары үҙәге етәксеһе урынбаҫары:

– Был үҙәк быйыл асылды, ул Ташкент ҡалаһында урынлашҡан. Беҙ дини мәғарифты үҫтереүгә бәйле 800-ҙән ашыу ғилми проект эшләнек, уларҙың 250-һе тормошҡа ашырыла ла инде. Төп маҡсатыбыҙ – йәштәргә Исламдың ҡиммәттәрен, матурлығын асыу, ата-бабаларыбыҙҙың оло мираҫын тапшырыу.

Өфөлә үткән әлеге конференцияның әһәмиәте шул ҡәҙәр ҙур. Тәжрибә бит уртаҡлашҡан һайын арта ғына. Мин  саралағы сығышымда Үзбәкстан вәкилдәре исеменән 2027 – 2030 йылдарҙа Рәсәй һәм Урта Азия дин белгестәре, ғалимдары ойошмаһының берҙәм стратегияһын булдырырға тәҡдим иттем. Берҙәм планға ярашлы, заман технологияларын ҡулланып, дини мәғрифәт сараларын төрлө урындарҙа даими үткәрер инек.

Тимербулат ИҘИӘТУЛЛИН, Рәсәй ислам университеты ректорының беренсе урынбаҫары:

– Беҙҙең халыҡтың төп һәм иң бөйөк китабы – “Ҡөрьән Кәрим”. Уға нигеҙләнеп, уҡыу йорттары өсөн дәреслектәрҙең берҙәм стандартын булдырырға кәрәк, тип иҫәпләйбеҙ. Конференция барышында төрлө мосолман дәүләттәренең дини белем биреү һәм ғилем үҙәктәре менән халыҡ-ара килешеүҙәр төҙөүебеҙ уртаҡ маҡсаттағы эшмәкәрлекте киңәйтеүгә ҙур этәргес бирәсәк. Ошо документтар нигеҙендә, педагогик тәжрибә уртаҡлашыу, ғәрәп телен, динебеҙ нигеҙҙәрен өйрәнеү кимәлен күтәреү ниәтендә юл карталары булдырасаҡбыҙ.

Олег Яровиков, Азат Мөхәмәҙиев фотолары.

Өфө – өммәтте көсәйтер үҙәк
Өфө – өммәтте көсәйтер үҙәк
Өфө – өммәтте көсәйтер үҙәк
Өфө – өммәтте көсәйтер үҙәк
Өфө – өммәтте көсәйтер үҙәк
Өфө – өммәтте көсәйтер үҙәк
Өфө – өммәтте көсәйтер үҙәк
Автор:Дилбәр Ишморатова