Йәмғиәт
15 Октября , 16:10

Минең дә шул шоколадты ашағым килгәйне

“Ҡустың бәләкәй бит, бир шоколадыңды, ҡыҙҙар кеүек  татлы нәмә ашап ултырма инде”, тип бәләкәйҙән әпәүләп үҫтергәйнеләр, хәҙер емешен татыйҙар ана...  

Добавить в предпочтительные источники Google
Минең дә шул  шоколадты ашағым килгәйнеМинең дә шул  шоколадты ашағым килгәйне
Минең дә шул шоколадты ашағым килгәйне

Ҡайһы саҡ баланы артығынан ныҡ иркәләү ҙә  кире һөҙөмтә бирә. Илгиз исемле ир-егеттең һөйләгәндәрен һеҙ ҙә тыңлап фәһем алып ултырығыҙ.

–Ҡустым менән минең йәш айырмаһы - ике йәш. Ул минән кесерәк булғас, бөтә нәмә уныңса ғына булды. Тәмлекәс уға, матур кейем уға, уны йәлләп хатта эш тә ҡушмайҙар ине. Ҡустым әсәйемде еңеп алды ла, үҙе нисек теләй шулай йәшәне. “Ни өсөн мин кесерәк булып тыуманым икән?” тип гел ҡайғыра торғайным.

Әле лә хәтерҙә миңә 6 йәш булғандыр. Атайым район үҙәгенән ҡустым менән икебеҙгә берәр плитка шоколад алып ҡайтты. Ҡустым шунда уҡ асып шапылдап ашай ҙа  башланы. Ә мин рәхәтлекте оҙаҡҡараҡ һуҙайым, иртәгә ашармын  тип, теге шоколадымды шкафыма йәшереп һалып ҡуйҙым. Иҫкә төшкән һайын күңелемде йылытып йөрөнө ул.

Икенсе көнөнә теге  тәмлекәсте  сығарып тәмләп кенә ашайым тиһәм, ҡустым “минең дә шоколад ашағым килә” тип яр һалып илай башланы. “Һин үҙеңдекен кисә ашаның бит? Ағайың кисә ашамағайны” тип аңлатып ҡарайҙар. Ишетмәй ҙә, үҙ һүҙе һүҙ – “миңә лә шоколад кәрәк!”

Ярһыған баланы нимә эшләтергә лә белмәй әсәйем, бер нисек тә көйгә килтерерлек түгел.

Аптырап  миңә өндәште:

–Улым, бир инде туғаныңа шоколадыңды. Бәләкәс бит ул.Татлы шоколад  ашап ултырырға һин бәпәй түгел,  ҙур егетһең, – тине.

Әсәй әйткәс, тыңлап өйрәнгәнмен. Үҙемдең өлөшөмдө туғаныма тотторҙом. Ул шунда уҡ тымды. Әммә күңелемдә үпкә ҡалды. Шул шоколадты ныҡ ашағым килеү тойғоһо үҫкәс тә онотолманы. Үҙ ғүмеремдә иң тәмле шоколад һымаҡ ине ул.

Тағы ла бер ваҡиға үҙәгемде өҙөп хәтерҙә ҡалған. Тыуған көнөмә атайым  велосипед алып ҡайтты. Күптәнге хыялым ине ул,  күктең етенсе ҡатына мендем. Бүләкте күреү менән ҡустым шартлар сиккә етте, минең велосипедҡа йәбеште. “Минеке иҫкергән, миңә ошо кәрәк”, – ти, велосипедтан ысҡындырып алырлыҡ та түгел. Атай-әсәйем алдаштырып ҡарай, яр һалып илай.

Шул рәүешле яңы велосипедымды бирмәне, миңә уның иҫкеһе ҡалды.

Аҙаҡ ҡустымдың көйһөҙлөгөнә иғтибар итмәҫкә тырыштым. Бәлки, шулай кәрәк тип ҡабул иткәнмендер. Мәктәпте тамамлағас, ситкә сығып киттем, ҡустым атай-әсәйем янында донъя көтөп ҡалды. Бер заман улар ҙа өлкәнәйҙе, үҙҙәрен ҡарарға кәрәк. Ә ҡустым, 40-ҡа етеп барһа ла, һаман үҙен балаларса тота. Эшләргә теләмәй, ә матур йәшәгеһе килә. Ипләп кенә ата-әсәйемдең пенсияһын һура. Эсеп ҡайтһа, холоҡһоҙлана, юҡҡа тауыш сығара.

Бер көндө йәнә әсәйем илап шылтыратты:

–Улым, ҡустыңдан арыныҡ бит. Бер тыныслыҡ юҡ өйҙә. Уға ҡаршы һүҙ ҙә әйтмәй, иркәләп кенә үҫтерҙек, ә унан беҙгә ҡарт көнөбөҙҙә хөрмәт юҡ, – тип өҙгөләнде.

“Был һеҙҙең тәрбиә, әсәй. Бәләкәйҙән шашындырып үҫтерҙегеҙ. Бер кемде тыңламаны, бөтә нәмәне уныңса ғына эшләнегеҙ. Хәҙер ҙә шуны ҡыуа”, – тип ҡаты-ҡаты итеп әсәйемә әйткем килде, ләкин тыйылып ҡалдым. Әсәй бит! Миңә ғүмер биргән, үҫтергән.

Ҡустымды ҡабат тәрбиәләй алмаҫмын, ул ниндәй бар шулай булып ҡаласағына шикләнмәйем. Шуға  атай-әсәйемде үҙемдең йортома күсереп алып килергә булдым. Ҡартлыҡтарында улар үҙҙәренең пенсияһының мәнфәғәтен күреп, тыныс ҡына йәшәргә хаҡлы. Атайым менән әсәйемә әйтеп ҡуйҙым инде. Улар шатланып риза. Был ялда ҡайтып аласаҡмын, – тип һүҙен тамамланы Илгиз.

Илгиздең был ҡарарын ишеткәс, күңелемә еңел, рәхәт булып китте. “Бер ғаиләлә үҫкән бер туғандар, ә икеһендә ике төрлө холоҡ”, – тип уйланып ҡалдым.

Автор фотоһы.

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева