Йәмғиәт
15 Октября , 16:00

Оят, әсәһен ташлаған!..

Әсәйең ҡапҡа төбөндә гел бер үҙе ултыра, тип хәбәр һалды уның бер туған апаһы... 

Добавить в предпочтительные источники Google
Оят, әсәһен ташлаған!..Оят, әсәһен ташлаған!..
Оят, әсәһен ташлаған!..

Ауылдан киткәнемә 10 йыл тула. Ул саҡта 32 йәштә инем, мәктәптә бухгалтер булып эшләнем. Эш хаҡы шул тиклем әҙ ине, ҡышҡы итек алырға ла етмәй торғайны.

Мәскәүгә тормошомдо үҙгәртергә тип киттем. Тәүҙә магазинда һатыусы булдым, төндәрен тауар ташыным. Бер нисә йылдан мине бүлек етәксеһе итеп күтәрҙеләр. Эшемдән дә, аҡсамдан да ҡәнәғәтмен.

Әсәйем ауылда бер үҙе йәшәй. Атайым иртә үлде, минән башҡа балаһы ла юҡ. Шуға ай һайын аҡса ебәрәм, ҡышҡы утынын да шул аҡсаға алалар. Йылына ике тапҡыр үҙем ҡайтып китәм.

Быйыл көҙ ҡайтҡанда, сәйемде эсеп бөтмәҫтән, Зөләйха апай — әсәйемдең апаһы — туранан-тура һүҙ башланы:

— Аҡса менән генә әсә күңелен тултырып булмай, Гөлнур. Әсәйеңдең янында кем бар? Ҡыҙы ташлаған, тиҙәр ауылда. Ҡайт, йорт-ҡаралтыһын үҙең ҡара!

Мин аптыраным. Әсәйем быйыл бер ҡаҙ менән бер нисә тауыҡ ҡына аҫрай, ауыр эштәргә мин ебәргән аҡсаға кеше яллайбыҙ. Ә Зөләйха апай был аҡсаны иҫәпкә лә алманы.

Фәнүзә лә ҡушылды. Ул — Зөләйха апайҙың ҡыҙы, әсәйемдән ике йорт аша йәшәй.

— Беҙҙең балалар, ейәндәр — барыһы ла янда. Ә һинең әсәйең ҡапҡа төбөндә бер үҙе ултыра. Кеше алдында оят түгелме? — тине ул.

Мин бер һүҙ ҙә яуап ҡайтара алманым. Күңелемә ҡыйын ине. Бәлки, улар минән көнләшәлер, тип тә уйлап ҡуйҙым: күптәр Мәскәүгә китеп, эшләй алмай кире ҡайтты бит.  

Әсәйем ул көндө өндәшмәне. Башын эйеп, таҫтамалдың осон тартҡылап ултырҙы. Төнөн әсәйем минең янға килеп ятты ла:

— Уларҙы тыңлама, ҡыҙым. Үҙ юлыңдан бар, — тине.

Бүтән был хаҡта һөйләшмәнек.

...Мәскәүгә ҡайтыуыма өс көн булды. Әсәйем элек һирәк шылтыратыр ине, хәҙер көн дә һөйләшә:

— Ҡыш яҡынлаша, ҡыҙым. Ҡасан ҡайтаһың? — ти.

Был уның үҙ һүҙеме, әллә апаһы менән Фәнүзәнеке күңеленә инеп ултырғанмы? Белмәйем.

Уйға ҡалдым әле. Ҡайтһам, 42 йәштә барыһын да яңынан башларға тура килә инде, ауылда яҡшы эш тә юҡ, ә әсәйемә аҡса менән ярҙам итергә кәрәк. Ҡайтмаһам, "әсәйемде ташлағанмын" булып сыға таныштарҙың хөкөмө буйынса.

Һеҙ минең хәлдә ҡалһағыҙ, нимә эшләр инегеҙ? Ҡыҙының янында булыуы әсә өсөн барыһынан да мөһимерәкме ни? Кәңәшегеҙҙе көтәм.

Гөлнур. 

Фото: нейроселтәрҙән.

Автор:Илмир Ҡотлогилдин