Йәмғиәт
16 Октября , 16:50

Ҡайҙа барырға белмәгән бабайҙы үҙенә алып ҡайта

Беренсе төркөм инвалиды булған ҡарт түшәктә ята, уны үҙ яҡынындай ҡәҙерләп баға, тәрбиәләй. Ҡайһы берҙәр бер туғандарынан йөҙ борғаны тураһында ла ишеткәнебеҙ бар, ә бында бер ниндәй дәғүәләр белдермәй, тыныс ҡына, шулай булырға тейеш кеүек ҡабул итә оло йөрәкле, сабыр һәм түҙемле ханым. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡайҙа барырға белмәгән бабайҙы үҙенә алып ҡайтаҠайҙа барырға белмәгән бабайҙы үҙенә алып ҡайта
Ҡайҙа барырға белмәгән бабайҙы үҙенә алып ҡайта

Ер йөҙөндәге иң үҫешкән илдәрендә ҡарттар һәм балалар йорто юҡ, тигән һүҙҙе йыш ишетергә күнекһәк тә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең ил был тәңгәлдә маҡтана алмай. Киреһенсә, һәр төбәктә был йорттарҙың ябылыуы йәки икенсе урынға күсеүе күптәр өсөн ҙур проблемаға әйләнде.

Баймаҡ районының Мәмбәт ауылында йәшәгән Миңлегөл Ғүмәрова үҙ теләге менән ҡасандыр ҡарттар йортонда йәшәп, аҙаҡ ябылғас, ҡайҙа барырға белмәгән Виктор бабайҙы үҙ ҡарауына ала. Беренсе төркөм инвалиды булған ҡарт түшәктә ята, уны үҙ яҡынындай ҡәҙерләп баға, тәрбиәләй. Тәү ҡарашҡа сит кешене ни өсөн тәрбиәгә алдығыҙ тигән һорау биреү ҙә урынһыҙ кеүек, әммә геройым менән әңгәмәләшкәндән һуң бары тик изге йөрәкле, миһырбанлы һәм хәстәрлекле кеше генә был аҙымға бара алалыр тигән уйға киләһең.

Темәс ауылында тыуып үҫкән Миңлегөл Ғилметдин ҡыҙы 1987 йылда Мәмбәт ауылы егете Рөстәмгә кейәүгә сыға. Тормоштарын йәмләп бер-бер артлы биш балалары донъяға килә. Бөгөн 10 ейән-ейәнсәргә бәхетле өләсәй.

Миңлегөл Ғүмәрова оҙаҡ йылдар Баймаҡҡа йөрөп терапия бүлегендә санитарка булып эшләй. Төрлө сирлеләрҙе тәрбиәләргә тура килә уға. Дауаханала ятҡан кешегә йылы һүҙҙең ни тиклем ышаныс уята алыуын яҡшы аңлай, шуға күрә һәр саҡ яҡшы мөғәмәләлә булырға тырыша. Барлыҡ ауырыуҙарға ихлас ярҙам иткән хәстәрлекле ханымды бөтәһе лә үҙ итә, коллективта абруй яулай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бала ҡайғыларын да кисерергә тура килә. Йәшләй генә Рәмзиә ҡыҙы яҡты донъяларҙан китә, уның ике балаһын үҙ ҡанаты аҫтына алып, бар яҡлап ярҙам итә. Хаҡлы ялға сыҡҡас, Баймаҡ ҡалаһында яңғыҙ йәшәгән әбей менән бабайҙы ҡарай. Эшләгән сағында 15 йәшлек Света исемле ҡыҙҙы тәрбиәләүгә ала. Күптәр Миңлегөл Ғилметдин ҡыҙы инвалидтарҙы ҡараған өсөн хөкүмәттән эш хаҡы алалыр тиһә, тәрән яңылыша. Бер ниндәй түләүһеҙ бөтөнләй сит кешене ҡарау өсөн йөрәгеңдең ни тиклем ҙур һәм күңелеңдең изге һәм мәрхәмәтле булыуы кәрәк. Бөгөн хатта күптәр үҙҙәренең ата-әсәһенә ярҙам итеүҙән баш тарта, туғандары менән ҡатнашмай. Ә бында сит кеше ҡәҙерле, яҡын кешеһенә әүерелә.

— Күптәр аңлап та етмәйҙер ни өсөн сит кешеләрҙе ҡарауымды,–тип һүҙ башланы Миңлегөл Ғилметдин ҡыҙы.—Түбәләге ҡарттар йорто ябылыр алдынан Света шунда йәшәгән, миңә ваҡытлыса алып торорға һоранылар. Бер ай үтте, икенсеһе, йыл артынан йылдар үтте, Светабыҙ 30 йәшкә барып етте. Кире алыусы булманы. 30 йәшенән һуң күп тә торманы вафат булды. Барлыҡ ерләү мәсьәләләрен дә үҙебеҙҙең көсөбөҙ менән атҡарып сыҡтыҡ. Стажыма йылдар ҙа өҫтәлмәне, тәрбиәләгән өсөн аҡса ла түләнмәне. Тәүҙә йәлләп ҡараным, аҙаҡ өйрәнеп тә киттек. Балалар ҙа үҙ итте, шулай 15 йыл ғүмер үтеп тә китте. Ирем яҡшы, балалар ҙа тәрбиәле, бер ауыр һүҙ әйтмәнеләр, киреһенсә, ярҙам иттеләр. Айырым бүлмә эшләнек, барлыҡ уңайлыҡтар тыуҙырҙыҡ. Ә Виктор бабайға килгәндә, уның да бер кеме лә юҡ. Тәүҙә район дауаханаһының паллиатив ярҙам бүлегендә ятҡан, аҙаҡ миңә шылтыраттылар. Йәнә риза булдым, үҙегеҙ күрҙегеҙ түшәктә ята. Пенсия аҡсаһына үҙенә кәрәк-яраҡ алһаҡ, дарыуҙарына ла ҡалмай. Кешене алып сығып ташлап булмай, тәрбиәләргә тура килә.

Бер ниндәй дәғүәләр белдермәй, тыныс ҡына, шулай булырға тейеш кеүек ҡабул иткән оло йөрәкле, сабыр һәм түҙемле ханымдың һөйләгәндәрен тыңлап, уның ни тиклем миһырбанлы һәм изгелекле булыуына хайран ҡалырлыҡ. Бер кемде лә ғәйепләмәй ул, барыһын да Хоҙай ҡушыуы тип ҡабул итә, бер ниндәй ярҙам көтмәй, аҡса талап итмәй, бары тик яңғыҙ ҡалған ололарға йөрәк йылыһын өләшә, ҡайнар ашын ашата, тәрбиәләй, уларҙың ғүмерен оҙайта, йәшәйешенең мәғәнәһен төшөндөрә.

Автор фотоһы

Автор:Карима Усманова