Йәмғиәт
16 Октября , 14:15

Ҡәйнәм һеперткене өҫтәлгә һалып киткән…

Кем белә, был нимәне аңлата? Күңелгә шик төштө, шуны уйлап тик йөрөйөм... 

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡәйнәм һеперткене өҫтәлгә һалып киткән…Ҡәйнәм һеперткене өҫтәлгә һалып киткән…
Ҡәйнәм һеперткене өҫтәлгә һалып киткән…

Ике йыл элек кейәүгә сыҡтым. Ҡәйнәм беҙҙең ауылда йәшәүебеҙҙе теләне, әммә был мәсьәлә тураһында буласаҡ ирем менән алдан уҡ һөйләшеп, килешеп ҡуйған инек. Ҡалала, дөрөҫөрәге, үҙебеҙҙең район үҙәгендә (ныҡ ҙур булмаһа ла, бик матур ҡала) төпләндек.

Ауыл алыҫ түгел, йыш ҡайтып, ярҙам итергә тырышабыҙ. Әммә ҡәйнәм баштан риза булманы. Ирем иң бәләкәй - өсөнсө ул булғас, атай йортонда йәшәргә тейеш, тип һанай ҡәйнәм. “Мин үлһәм, атайың һалған йорт етемһерәп тороп ҡаламы? Ошо тиклем донъяны кем өсөн йыйҙыҡ”, - тип иремә гел үпкәләп әйтеп ала. Уны ла аңлайым, әммә һөнәребеҙ буйынса эш булмаған ауылда йәшәгебеҙ ҙә килмәй.

Ҡәйнәм әле йәш, яңы 68 тулды. Ҡайным иртәрәк мәрхүм булған. Бәлки, ул иҫән булһа, ҡәйнәм беҙҙе былай уҡ ҡаңғыртмаҫ ине.

Күптән түгел ирем менән ялға барып ҡайттыҡ. Йә һыу, йә электр менән мәшәҡәт сығып ҡына тора, ҡала фатирында ни генә булмаҫ тип, асҡыстың береһен ҡәйнәмә ҡалдырҙыҡ.

Ялдан ҡайтып инһәк, һепертке өҫтәл өҫтөндә ята. Ирем: “Был нишләп бында ята?” - тип ишек төбөнә илтеп ҡуйҙы. Ә минең күңелгә шик төштө: бында берәй төрлө ырым-маҙар юҡмы икән? Беҙҙең араны боҙорға итәме? Әллә ауылға ҡайтарыу өсөн берәй нәмә ҡылғанмы икән? Шундай ырым бармы? Кем белә, яҙығыҙ әле. Әллә үҙенсә йыйыштырам тип, яңылыш һалдымы икән? Уйламайым тиһәм дә, шуны уйлап тик йөрөйөм…

Эльвина.

Фото яһалма зиһен ярҙамында эшләнде. 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова