Йәмғиәт
16 Октября , 19:40

Сәлпәктең нимә икәнен беләһегеҙме?

Иртәнге сәйгә тиҙ генә әҙерләргә була икән. Бешерәбеҙме?

Добавить в предпочтительные источники Google
Сәлпәктең нимә икәнен беләһегеҙме?Сәлпәктең нимә икәнен беләһегеҙме?
Сәлпәктең нимә икәнен беләһегеҙме?

Әйткәндәй, сәлпәк - ул өҫтөнә бал ҡойолған ҡамырҙан бешерелгән йәймә. Ул да сәк-сәк ҡамырынан әҙерләнә.

Ҡамыр өсөн: 3 йомортҡа, семтем тоҙ, он. Һалмаға кеүек ҡамыр баҫып, 15-20 минут ял бирергә. 6-8 йомроҡасҡа бүлеп, йоҡа итеп йәйергә лә майҙа ҡыҙҙырып алырға. 2-3 аш ҡалағы балды иретеп, һәр йәймәнең өҫтөнә ҡойоп, теләк буйынса биҙәргә (сәтләүек, кәнфиттәр һ. б.).

Шулай анһат ҡына бешерелгән тәмлекәс әҙер. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

Әйткәндәй, сәлпәк - ул өҫтөнә бал ҡойолған ҡамырҙан бешерелгән йәймә. Ул да сәк-сәк ҡамырынан әҙерләнә.

Һеҙҙең яҡтарҙа сәлпәк бешерәләрме? Был ризыҡты тәмләргә тура килгәне бармы? Үҙегеҙҙең фекерҙәрегеҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине.

Әйткәндәй, Баймаҡ районы Юлыҡ ауылында йәшәүсе апайҙар туй мәжлесенә бешерә ошо тәмлекәсте.

Автор:Карима Усманова