Йәмғиәт
17 Октября , 12:40

Өйҙәге һауыт-һаба парлы булырға тейешме?

Ни өсөн ҡайһы берәүҙәр парһыҙ һауытты бүләккә алмай...  

Добавить в предпочтительные источники Google
Өйҙәге һауыт-һаба парлы булырға тейешме?Өйҙәге һауыт-һаба парлы булырға тейешме?
Өйҙәге һауыт-һаба парлы булырға тейешме?

Халыҡта төрлө ышаныуҙар йәшәй. Улар  фәнни яҡтан нигеҙләнмәһә лә, кешеләр уға ышана, уны үтәргә тырыша.

Һауыт-һаба парлы булырға тейеш тип, бүләккә берәр генә сынаяҡты өйҙәренә алып ҡайтмаусылар ҙа осрай.

Ни өсөн  йорттағы һауыт-һаба парлы булырға тейеш булыуының аңлатмаһы ла бар. Бер стакан һымаҡ предмет яңғыҙлыҡты, айырылышыуҙы символлаштыра тиҙәр. Ә бына ике сынаяҡ, ике тәрилкә – гармонияны, союзды сағылдыра. Шуға ла яңы өйләнешкән йәш парға парлы посуда бүләк итеү урынлы. Мәҫәлән, сәй сервизы, парлы сәй сынаяғы. Был именлек, берлек билдәһе тиҙәр.

Һауыт-һаба ғына түгел, өйҙәге бөтә нәмәне парлы итергә тырышыусылар ҙа бар. Кемдер быға ышана, кемдер иғтибар ҙа итмәй.

Иң мөһиме – кеше яҡшылыҡҡа, бәрәкәтле тормошҡа ынтылһын.

Автор фотоһы.

 

 

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева