Йәмғиәт
18 Октября , 06:30

Баймаҡтар икмәккә дан йырланы

Баймаҡтар йәнә бер матур йолаға нигеҙ һалды. Киләсәктә “Икмәкфест” баймаҡтарҙың брендлы сараһына әүерелер, тигән ышаныста ҡалайыҡ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Баймаҡтар икмәккә дан йырланыБаймаҡтар икмәккә дан йырланы
Баймаҡтар икмәккә дан йырланы

Баймаҡ районы республикала аграр төбәк булараҡ билдәле. Башҡортостандың аҙыҡ–түлек именлеген тәьмин итеүгә тос өлөш индергән баймаҡтар йылдың ниндәй килеүенә ҡарамаҫтан, мул уңыш йыйып ала, ҡымыҙ етештереү буйынса беренселекте яулай, малсылыҡ тармағында алдынғылыҡты бирмәй.

Район хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов белдереүенсә, төбәктә 17 ауыл хужалығы предприятиеһы, 200–ҙән ашыу фермер хужалығы, 23 кооператив, 17 меңдән ашыу шәхси ярҙамсы хужалыҡ иҫәпләнә.

—Беҙҙең ауыл хужалығы етештереүселәре йылдан-йыл яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Иген уңышы буйынса Баймаҡ районы республикала иң яҡшылар рәтендә ҡала. Быйыл уртаса уңыш гектарынан 26,4 центнер – был яҡшы күрһәткес. Шулай уҡ малсылыҡ тармағы ла, эшкәртеү сәнәғәте лә үҫешен дауам итә, – ти Азамат Сәфәрғәле улы.

Игенселәр уңыштарын йыйып, бураларға һалғас районда тәүге тапҡыр Икмәк көнөнә ҡарата “Икмәкфест” сараһы үтте. Был көндә икмәккә дан йырланды, игенсе хеҙмәтенә хөрмәт күрһәтелде. Байрамда райондың һәр ауыл биләмәһенән, белем биреү учреждениеларынан әҙерләнгән бай күргәҙмәләр эшләне, икмәк бешереүселәр үҙҙәренең икмәк-ҡалас изделиеларын алып сыҡты. Халыҡтың фантазияһының бай булыуына хайран ҡалырлыҡ ине. Ниндәй генә икмәк төрҙәре юҡ: ҡомалаҡлы, әсе, сөсө ҡамырҙан эшләнгән тиһеңме, майҙа бешкән әпәкәйҙәрме, бәлеш, ләүәш, ҡоймаҡ, бөйөрөктәр булһынмы – барыһы ла зауыҡ менән биҙәлеп, ниндәйҙер тематикаға яраҡлаштырылып ҡуйылған.

Байрам тураһында мәҡәлә менән гәзитебеҙең алдағы һандарында танышырһығыҙ.

Автор фотолары.

Баймаҡтар икмәккә дан йырланы
Баймаҡтар икмәккә дан йырланы
Баймаҡтар икмәккә дан йырланы
Баймаҡтар икмәккә дан йырланы
Баймаҡтар икмәккә дан йырланы
Баймаҡтар икмәккә дан йырланы
Баймаҡтар икмәккә дан йырланы
Баймаҡтар икмәккә дан йырланы
Баймаҡтар икмәккә дан йырланы
Баймаҡтар икмәккә дан йырланы
Баймаҡтар икмәккә дан йырланы
Автор:Карима Усманова