Йәмғиәт
18 Октября , 18:00

Блогер Фәнилде ниңә әрләйҙәр?

"Күршеләр" сериалын төшөргән талантлы блогер, театр актеры Фәнил Ҡарасурин сәхифәһендә Әбйәлилдәге бик матур парк тураһында яҙма урынлаштырҙы. Әммә күпселек халыҡ быны баһаламаны, киреһенсә, асыуланды ғына...

Добавить в предпочтительные источники Google
Блогер Фәнилде ниңә әрләйҙәр?Блогер Фәнилде ниңә әрләйҙәр?
Блогер Фәнилде ниңә әрләйҙәр?

Фәнил Ҡарасурин театры менән Баймаҡ, Әбйәлил, Учалы яҡтарында гастролдә йөрөй. Һәм был хаҡта сәхифәһендә видеояҙмалар төшөрөп һалып, яҙмалар ҡалдырып хәбәр итеп бара.

Сираттағы яҙмаһын Асҡар ауылынан һалғайны. Унда бик матур "Урал батыр" тигән парк төҙөлә.

"Мин беҙҙең эпостың хаҡлы рәүештә популярлаша барыуына шатмын. Был - үҙенең ҡанундары, хакимдары, фантастик персонаждары менән булған хәтәр шәп фэнтези. Һәм иң ҡыҙығы - халыҡ телдән-телгә тапшырған ҡобайыр. Минең шундай хыялым бар: режиссер Джеймс Кэмерондың өҫтәленә беҙҙең "Урал батыр"ҙы һалһындар, һәм ул шуның буйынса донъя хиты булған кино төшөрһөн ине", - тип яҙған актер һәм блогер.

"Һоҡланғыс", - тигән Фәнил һәм "Урал батыр"ҙағы үгеҙ менән алышып алдым әле!" тип өҫтәп, шаярыу ҡатыш үгеҙҙең мөгөҙөнә йәбешеп, аҫылынып төшкән фотоларын урынлаштырған. 

Комментарийҙарҙа һоҡланған, хуплаған фекерҙәр менән бергә егетте тәнҡитләгәндәре лә бар. "Емереп ҡуй тағы ла", "Һындыраң бит, аҫылынып торор өсөн түгел ул", "Үгеҙгә атланыуың кемдер өсөндөр насар миҫал бит, ҡабатларға теләүселәр булыр инде, өс ул үҫтереүсе атай артығын ҡылана" тип яҙғандар. 

Эпосыбыҙға иғтибарҙы йәлеп итеү яҡшы, ләкин беҙҙә насар өлгөнө эләктереп алыусылар ҙа күп бит әле...

 

Фото: Ф. Ҡарасуриндың сәхифәһенән.

Блогер Фәнилде ниңә әрләйҙәр?
Блогер Фәнилде ниңә әрләйҙәр?
Блогер Фәнилде ниңә әрләйҙәр?
Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова