Йәмғиәт
18 Октября , 18:20

Операциянан һуң дүрт йыл танымаған ҡыҙын һәм ейәнсәрен таныған

Иң яҡшы яңылыҡтар, тик ҡыуаныслы хәбәрҙәр! Аҙна башына һеҙҙе донъялағы ыңғай хәлдәр менән таныштырырға булдыҡ. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Операциянан һуң дүрт йыл танымаған ҡыҙын һәм ейәнсәрен танығанОперациянан һуң дүрт йыл танымаған ҡыҙын һәм ейәнсәрен таныған
Операциянан һуң дүрт йыл танымаған ҡыҙын һәм ейәнсәрен таныған

Быйыл октябрҙә Рәсәй хирургтары Альцгеймер менән сирләгән пациенттың хәтерен тергеҙгән. Томск микрохирургтары илдә беренсе булып был ауырыуҙы дауалау буйынса эксперименталь операция үткәргән. Белгестәр муйындың тәрән лимфа шунтлауын башҡарған. Операция өс сәғәт дауам иткән. 78 йәшлек пациент иҫенә килгән һәм шунда уҡ дүрт йыл танымаған ҡыҙы һәм ейәнсәрен таныған. Был өлкән йәштәге ҡатын алты йыл самаһы ауырыған. Ахыры пенсионерҙың ғаиләһе ошондай экспериментҡа ризалашҡан. Табиптар пациентты бер йыл күҙәтәсәк.

***

Мексика 2021 йылдың сентябрендә Төньяҡ Америкала хайуандарҙа косметиканы һынауҙы тыйған беренсе ил булған. Унда шулай уҡ сит илдәрҙә ошо рәүешле етештерелгән препараттарҙы ла индермәйҙәр.

***

Нидерландта ҡартлыҡ сире деменция менән ауырығандар өсөн тотош ауыл төҙөгәндәр. Сирлеләргә дауахананы хәтерләтмәҫ өсөн уларҙы ҡараусы персонал күршеләр, һатыусылар, урам йыйыштырыусылар роленә ингән килеш эшләй. Был махсуслаштырылған Хогевейк ҡасабаһы 2009 йылда асылған.

***

Шотландияла донъяла тәүгеләрҙән булып ҡатын-ҡыҙҙар өсөн прокладка, тампон кеүек шәхси гигиена әйберҙәрен бушлай тараталар. Ил буйынса уҡыу йорттарында, дәүләт учреждениеларында ошондай меңләгән пункт бар. Бындай закон 2022 йылдың 15 авгусынан ғәмәлдә. 

***

Японияла халыҡтың 73,9 проценты күҙлек кейә. 2026 йыл аҙағына илдә күрәшлекте дарыу тамыҙып ҡына бөтөрә торған шыйыҡса етештерә башлаясаҡтар. Күҙгә тамсы тамыҙаһың һәм яҡшы күрә башлайһың, шәп бит!

 

Фото: Гигачат нейроселтәре ярҙамында яһалды.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова