Йәмғиәт
19 Октября , 13:30

Ҡариҙелдән Фәриҙә Хафизова ҡотҡарған аҡҡоштоң хәле нисек?

Һуҡыр аҡҡошто ҡотҡарған Ҡариҙел ҡатыны тураһында күп кенә яҙҙылар. Беҙ аҡҡоштоң хәлен белешеп, Фәриҙә Рауил ҡыҙына шылтыраттыҡ. Баҡтиһәң, аҡҡоштар хәҙер икәү булып киткән икән.  Был тарих тураһында уҡығыҙ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡариҙелдән Фәриҙә Хафизова ҡотҡарған аҡҡоштоң хәле нисек?Ҡариҙелдән Фәриҙә Хафизова ҡотҡарған аҡҡоштоң хәле нисек?
Ҡариҙелдән Фәриҙә Хафизова ҡотҡарған аҡҡоштоң хәле нисек?

Фәриҙә Рауил ҡыҙы Хафизова Ҡариҙел районының Абыҙ ауылында йәшәй. Бер мәл ул ауылдан биш саҡрым самаһы алыҫлыҡта, Бағаҙы йылғаһында, яралы аҡҡош йөҙөп йөрөүе хаҡында ишетә. Балыҡсыларға: “Тотоп алып ҡайтығыҙ, үҙем ҡарайым”, - тип мөрәжәғәт итә, әммә аҡҡошто бер кем дә тота алмай.

Бер мәл ауылдаштар: “Фәриҙә апай, һин яралы аҡҡошто үҙем бағыр инем  тигәйнең, шул ҡош ауыл тәңгәленә йөҙөп килгән”, - тип хәбәр итә.

Был хәбәрҙе ишеткәс тә Фәриҙә Рауил ҡыҙы тормош иптәше Фәғил Мәсәлим улы менән йылға буйына ашыға. Уларға Илшат һәм Әхнәф исемле ир-егеттәр ярҙамға ҡушыла. Бығаса кешеләрҙе яҡын килтермәгән, тауыш ишетеү менән алыҫҡа ҡасҡан аҡҡош нисектер Фәриҙә апайҙың алдына тигәндәй йөҙөп килеп сыға.

Аҡҡоштоң бер күҙе ауыр йәрәхәтләнгән, икенсеһенә аҡ төшкән була. Һуҡыр булғанға күрә, аҙыҡ таба алмағас, башлыса нимә тура килә, шуны ашап, ашҡаҙаны ла сирлегә әйләнгән.

Фәриҙә ханым яралы ҡошҡа тәүге ярҙам күрһәткәс, уны Өфөгә, ветеринар клиникаға алып китә. Бында аҡҡошто ныҡлы тикшерәләр, йәрәхәтләнгән күҙен дауалайҙар һәм тейешле дарыуҙар яҙып, изге йөрәкле ҡатынға артабан бағыу өсөн биреп ҡайтаралар.

Аҡҡошто алырға тип кире Өфөгә барғанында, ветеринар табип Дмитрий Фәриҙә апайға: “Беҙҙә тағы бер яралы аҡҡош бар, уның ҡанаты һынған. Әллә алаһығыҙмы? Аҡҡоштар бит яңғыҙ йәшәй алмай”, – тигәс, Фәриҙә Рауил ҡыҙы һис һүҙһеҙ риза була.

Шулай итеп, бөгөн Хафизовтарҙың аҙбарында ике аҡҡош көн күрә.

– Әлегә бер-береһенә ныҡлы өйрәнеп бөтмәйҙәр, шуға күрә айырым тотам. Әммә икәү булғас, ашай башланылар, хәлдәре күҙгә күренеп яҡшыра, - ти Фәриҙә апай.

Ҡариҙелдә  табылған аҡҡошҡа тағы ла операция кәрәк. “Бер ниндәй ҙә ярҙам кәрәкмәй, барлыҡ сығымдарҙы үҙ өҫтөбөҙгә алабыҙ. Шулай ҙа ауылдаштарға ҙур рәхмәтлебеҙ: балыҡ, ҡабаҡ кеүек ризыҡтар килтереп китәләр”, - тине изге күңелле ханым.

Ғөмүмән, Фәриҙә Рауил ҡыҙы элек-электән ярҙамға мохтаж йән эйәләренә, ташландыҡ эт һәм бесәйҙәргә битараф ҡала алмай. Әлеге ваҡытта уларҙың ихатаһында 3 эт һәм 14 бесәй йәшәй. Барыһы ла кемдер ташлап киткән йән эйәһе. “Аҙбар йылы. Мал-тыуар күп. Шулар менән бергә ҡышлайҙар. Барыһын да туйындырып, тәрбиәләп торабыҙ”, - ти Фәриҙә Хафизова.

Ә аҡҡоштарға килгәндә, уларҙы ҡыш сығарып, яҙғыһын иреккә, үҙаллы тормошҡа ебәрергә ниәтләй. Фәриҙә апайға яратып баҡҡан, хәстәрлек күргән йән эйәләренең рәхмәте төшһөн. Уға именлек, һаулыҡ теләйбеҙ!

Фото: Дмитрий Стрельников | центр реабилитации диких животных «Пин и Пуф»

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова