

Вафатына 10 йыл үтеүгә ҡарамаҫтан, халыҡ 36 ғына йәшендә баҡыйлыҡҡа күскән яратҡан йырсыһын һис онотмай. Ә һеҙ уның тураһында түбәндәге мәғлүмәттәрҙе белә инегеҙме?
Вәсилә ата-әсәһенә Яңы йыл бүләге: 1979 йылдың 31 декабрендә Белорет ҡалаһында бала табырға бик-бик теләгән ғаилә өсөн ҡыҙҙарының донъяға килеүе ысын мөғжизәгә тиң була.
Вәсилә атаһын иртә юғалта: ҡыҙға бер йәш тә тулмаҫ элек ир Кама йылғаһында фажиғәле һәләк була. Әсәһе ике ҡыҙын бер үҙе үҫтерә, бер нисә эштә эшләй.
Вәсилә колледжда бер нисә һөнәр алмаштыра: С. Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжында 1-се курста фортепианола уйнарға өйрәнә, 2-се курста дирижерлыҡҡа күсә, ә инде уҡыуын бөткәндә хор бүлеген тамамлай.
Вәсилә карьераһын йырсы Айҙар Ғәлимовтың бэк-вокалисы булып башлай: З. Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институтында ике ай ғына уҡый — аҡса етмәй. Шунан Айҙар Ғәлимов төркөмөнә бэк-вокалист булып эшкә урынлаша һәм гастролдәргә сыға.
Вәсилә кирбес заводында эшләй: ике йыл гастролдәрҙә йөрөгәндән һуң сәхнәнән китә, кирбес етештереү заводына эшкә урынлаша һәм финанс вузының киске бүлегенә уҡырға инә. Буласаҡ ире менән танышҡас, сәнғәт өлкәһенә кире ҡайта.
Вәсиләнең төп хиты бәхәстән тыуа: "Тыуған яҡ" йырын композитор Урал Рәшитов уның өсөн махсус яҙа. Ул Queen төркөмөнөң We Will Rock You йыры ритмынан илһамланып, ҡатмарлы аранжировкаларһыҙ суперпопуляр йыр ижад итә аласағы хаҡында белдерә. Һәм быны булдыра ла.
Вәсиләнең Бөтә Рәсәй кимәлендә танылыуы былай була: 2007 йылда "Тыуған яҡ" йыры "Гәлсәр һандуғас" фестивалендә "Интернациональ йыр" номинацияһында еңеү яулай, ә 2008 йылда "Татар йыры" фестивалендә "Ун йыллыҡтың иң яҡшы хиты" номинацияһында лауреат була.
Вәсилә бер үк йылда ике республиканың да атҡаҙанған артисы исемен ала: 2015 йылдың 20 авгусында уға — Башҡортостан Республикаһының, ә 5 декабрҙә Татарстан Республикаһының атҡаҙанған артисы исеме бирелә.
Вәсилә Фәттәхованың хәтере китапта һәм урам атамаһында мәңгеләштерелгән: 2019 йылда Хәнис Хәзимов йырсының туғандарының, дуҫтарының һәм коллегаларының хәтирәләренән торған китап туплап баҫтыра. Ә 2026 йыл башында Белорет ҡалаһында йырсы исемендәге урам рәсмиләштерелә.
Фото: В. Фәттәхованың шәхси архивынан.