Йәмғиәт
20 Октября , 17:55

Бына шулай юллана әрмегә башҡорт егеттәре!

Был видеола бөркөттәй талпынып, өҙә баҫып бейеп йөрөгән егет Әбйәлил районы Асҡар ауылынан Буранбай Мусин булыр. Кисә генә уны яҡындары, дуҫтары әрме сафына оҙатты.

Добавить в предпочтительные источники Google
Бына шулай юллана әрмегә башҡорт егеттәре!Бына шулай юллана әрмегә башҡорт егеттәре!
Бына шулай юллана әрмегә башҡорт егеттәре!

Был видеола бөркөттәй талпынып, өҙә баҫып бейеп йөрөгән егет Әбйәлил районы Асҡар ауылынан Буранбай Мусин булыр. Кисә генә уны яҡындары, дуҫтары әрме сафына оҙатты.

Был хаҡта Буранбайҙың инәйе – филология фәндәре кандидаты, ғалимә Ғәҙилә Бүләкова матур яҙма менән уртаҡлашты.

“Быйыл Биләрит медицина колледжын тамамлаған Буранбай атлы уланыбыҙ (Асҡарҙа йәшәгән апайымдың ейәне) Тыуған ил алдындағы бурысын үтәр өсөн үҙенең 15-ләп тиҫтер яҡташы менән берлектә Рәсәйҙең Ҡораллы Көстәре сафына, үҙебеҙсә әйткәндә, әрмегә юл алды.

Балаҡайҙарға Хызыр Ильяс үҙе юлдаш булып, имен-аман хеҙмәт итеп ҡайтырға насип булһын, иншәә Аллаһ. Бәләкәй сағынан йыр-бейеүгә һәләтле, ҡурайҙа бик яҡшы уйнаған Буранбайыбыҙ ҙа оса-ҡуна бейеп киткән һымаҡ, бер йылдан бейей-бейей "тып" итеп ҡайтып та төшһөн, Алла бойорһа. Ә бының өсөн донъялар тынысланып китеп, бынау һуғыш афәттәре тиҙерәк бөтә күрһен инде, йә Раббым, Аллам!” тип яҙҙы Ғәҙилә Мөҙәрис ҡыҙы.

Ғәҙилә апайҙың изге теләктәренә беҙ ҙә ҡушылабыҙ, әрмегә улын оҙатҡан һәр ата-әсәгә ғәзиз балаһын ҡыуанып ҡаршы алырға яҙһын! Донъялар тиҙерәк тынысланып, тыныслыҡта йәшәргә насип булһын!

Фотолар һәм видеояҙма - Ғәҙилә Бүләкованан. 

Бына шулай юллана әрмегә башҡорт егеттәре!
Бына шулай юллана әрмегә башҡорт егеттәре!
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова