

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яңы яҙма менән уртаҡлашты.
“Ике йыл эсендә республикала 29 йәшкә тиклемге ғалимдарҙың һаны 40-ҡа тиерлек артҡан, хәҙер улар 900-ҙән ашыу. Был – бик лайыҡлы һөҙөмтә.
Ни өсөн был мөһим? Һәләтле йәштәр фән һәм технологияларҙы үҫтереү менән ни тиклем күберәк шөғөлләнһә, республикабыҙ һәм илебеҙ шул тиклем ҙур уңыштарға өлгәшәсәк. Беҙ быны яҡшы аңлайбыҙ. Шуға күрә был өлкәгә күп көс һәм энергия һалабыҙ. Шул иҫәптән Президент Владимир Владимирович Путин иғлан иткән Фән һәм технологиялар ун йыллығына ярашлы ла эш алып барабыҙ.
Бында төп майҙансыҡтарҙың береһе – Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусы. Унда 24 лаборатория, шул иҫәптән йәштәр лабораторияһы урынлашҡан. Бында үткәрелгән тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре, фәнни эшләнмәләр медицина, сәнәғәт, ауыл хужалығы, башҡа күп тармаҡтарҙа ҡулланыла.
Йәш ғалимдарыбыҙға һәм юғары мәктәп уҡытыусыларына торлаҡ шарттарын яҡшыртыуҙа ярҙам итеүҙе дауам итәбеҙ. Биш йыл эсендә 133 кеше ошо мөһим мәсьәләне хәл итеүгә республика бюджетынан субсидия алды. 500-ҙән ашыу кеше Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең алдынғы фәнни-белем биреү учреждениеларында стажировка үтте. Был ярҙамды артабан да күрһәтәсәкбеҙ.
Тиҙҙән вуз-ара кампустың икенсе сиратын төҙөп бөтәбеҙ. Уның асылыуы республикабыҙҙы йәш ғалимдар, шул иҫәптән башҡа төбәктәр һәм дәүләттәр өсөн тағы ла мауыҡтырғыс итер, тип ышанам. Әлбиттә, был үҙ киләсәген хәстәрләгән йәштәр өсөн дә мөһим. Икеләнмәгеҙ. Әйҙәгеҙ, бергәләп республикабыҙҙы һәм илебеҙҙе алға этәрәйек.
Фото: Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.