Йәмғиәт
22 Октября , 18:45

Ауыл юҡҡа сыҡҡан, ә 91 йәшлек олатай уны һаман ташламай

91 йәшлек Энгельс Әхмәтвәли улы Солтанов ауылының һуңғы кешеһе. 2022 йылда ҡатыны вафат булып, яңғыҙы ҡала, әммә бирешмәй: велосипедта, саңғыла йөрөй, 60 йәшендә ҡурайҙа уйнарға өйрәнә, 87 йәшендә водитель танытмаһын алмаштыра...

Добавить в предпочтительные источники Google
Ауыл юҡҡа сыҡҡан, ә 91 йәшлек олатай уны һаман ташламайАуыл юҡҡа сыҡҡан, ә 91 йәшлек олатай уны һаман ташламай
Ауыл юҡҡа сыҡҡан, ә 91 йәшлек олатай уны һаман ташламай

Ҡыҙырбаҡтың һуңғы кешеһе ул 91 йәшлек Энгельс Әхмәтвәли улы Солтанов. Олатай Салауат районының үҙәге Малаяҙҙан Йүрүҙән йылғаһы аша алты саҡрымда ятҡан ауылда яңғыҙы йәшәй.

1935 йылда тыуа. Һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә, 1956 йылғы Венгрия ваҡиғаларында ҡатнаша. Һуңынан Төркмәнстанда сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштерә һәм Башҡортостандан Лира исемле ҡыҙ менән осраша. Улар 1964 йылда тыуған иленә ҡайта, ул саҡта Ҡыҙырбаҡта кирбес һәм күн заводтары эшләй, ә Энгельс Әхмәтвәли улы оҫта ҡуллы тимерсе була.

Әммә бер ваҡыт элемтәселәр менән һөйләшкәндән һуң, ул Малаяҙҙағы район элемтә үҙәгенә электромонтер булып эшкә бара. Һәм иң яҡшы хеҙмәткәрҙәрҙең береһе булып китә, исеме Почет таҡтаһынан төшмәй. III дәрәжә Хеҙмәт даны ордены, миҙалдар, социалистик конкурс еңеүсеһенең Почет билдәһе... Депутат булараҡ, ауылдың яҙмышы өсөн көрәшә. Ләкин колхоз бөлгөнлөккә төшә, баҫыуҙар ҡый үләндәре менән ҡаплана, йәштәр ситкә китә. 90-сы йылдар уртаһына Ҡыҙырбаҡта өс-дүрт йорт ҡына ҡала.

2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә күҙ һалғанда, ауылда биш ир-егет һәм алты ҡатын-ҡыҙ йәшәгән. Ә һуңынан инде Солтановтар ғына ҡала. 2022 йылда Энгельс Әхмәтвәли улының ҡатыны баҡыйлыҡҡа күсә. Хәҙер инде олатай ҡышты Малаяҙҙағы фатирында үткәрә, ә яҙ килеү менән Ҡыҙырбағына ҡайта. 

Ул бал ҡорттары үрсетеү менән шөғөлләнә. Улы Хәмит, уның төп таянысы, умарталыҡ эшендә ярҙам итә, ул да ҡорт тота. Малаяҙҙа йәшәй, эшләй, әммә һәр ваҡыт атаһы янында. Ҡыҙҙары Зилә менән Лилиә ғаиләләре менән Эҫемдә һәм Өфөлә йәшәй. Олатайҙың ике ейәне, дүрт ейәнсәре һәм өс бүләсәре бар.

Энгельс Әхмәтвәли улы йәйәү йөрөй, йәйен велосипедта, ҡышын саңғыла елдерә. 2024 йылға тиклем "Нива" машинаһын йөрөтә, ә водитель танытмаһын һуңғы тапҡыр 87 йәшендә алмаштыра! 60 йәшендә ҡурайҙа уйнарға өйрәнә, ә баянда йәш сағынан оҫта уйнай.

"Үҙ йәшемде тоймайым. Күңелем дә, йөрәгем дә һаман йәш. Йәшәйһе бар әле!" - ти ул.

 

Сығанаҡ: Шамил Әхмәтшин/"На земле Салавата" баҫмаһы.

Ауыл юҡҡа сыҡҡан, ә 91 йәшлек олатай уны һаман ташламай
Ауыл юҡҡа сыҡҡан, ә 91 йәшлек олатай уны һаман ташламай
Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова