Йәмғиәт
22 Октября , 05:00

Кетчупты гел үҙе эшләй

Бәләбәй районынан уңған хужабикәбеҙ Ильмира Ильина  магазиндан кетчуп алғаны ла юҡ икән. һәр ваҡыт ошо рецепт буйынса үҙе эшләй һәм бик тәмле килеп сыға. Һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ әле  

Добавить в предпочтительные источники Google
Кетчупты гел үҙе эшләйКетчупты гел үҙе эшләй
Кетчупты гел үҙе эшләй

Бәләбәй районынан уңған хужабикәбеҙ Ильмира Ильина  магазиндан кетчуп алғаны ла юҡ икән. һәр ваҡыт ошо рецепт буйынса үҙе эшләй һәм бик тәмле килеп сыға. Һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ әле.

–Бының өсөн 3 килограмм помидор, ярты килограмм алма, 0, 25 килограмм башлы һуған алабыҙ. Уларҙы тураҡлап, бешерергә ултыртабыҙ.Бешеп сыҡҡас, ваҡ дуршлаг аша һөҙәбеҙ, матур ҡатнашмаға әүерелгәнсе блендер менән иҙәбеҙ. Артабан ҡуйырғансы тағы ла 50 минут ҡайнатабыҙ. Ҡайнаған саҡта иң аҙаҡ   1,5 аш ҡалағы тоҙ, 1,5 стакан шәкәр, татлы йәки үткер соус яратыуығыҙға ҡарап, ҡара йәки ҡыҙыл ваҡланған борос, 50 грамм алма уксусы өҫтәп бутайбыҙ.

Иң һуңынан стерилләнгән банкаларға тултырып, тимер ҡапҡас менән ҡаплап ҡуябыҙ, – тип һөйләне Ильмира ханым.

Үҙең эшләгән тәбиғи ризыҡҡа ни етә! Беҙ ҙә эшләп ҡарайыҡ.

Фото: Ильмира Ильинаныҡы.

 

Кетчупты гел үҙе эшләй
Кетчупты гел үҙе эшләй
Автор:Резеда Шәнгәрәева