

“Сәсеңде йыйып йөрө, төрлө ергә ташлама” тип бәләкәйҙән өйрәтә ололар. Был борондан килгән йола. Ни өсөн сәсте теләһә ҡайҙа ташларға ярамаған һуң?
Сәс кеше энергияһын һаҡлай тип иҫәпләгәндәр, шуға уны төрлө ергә ташлағанда был көстөң юғалыуы ихтимал, хатта ауырыуҙарға килтереүе мөмкин, тигәндәр.
Сәсте төрлө ергә ташлауҙың һаулыҡҡа йоғонто яһауы менән бәйләп тағы ла бер фараз йәшәгән. Ҡош уны табып алып, үҙенә оя үреү өсөн ҡулланһа, кешенең башы ауырта башлаясаҡ, тип уйлағандар. Берәй кеше сәскә баҫып үтеп китһә лә, яҡшыға түгел, тип уйлағандар.
Теләһә ҡайҙа ятҡан сәстең насар күңелле кешеләр ҡулына эләгеүе бар тип тә хәүефләнгәндәр. Сәс хужаһына күҙ тейеүе бар, башҡа ауырыуҙарға дусар булыуы мөмкин, тигәндәр.
Боронғо йола буйынса киҫелгән, ҡойолған сәсте мейескә яҡҡандар йә булмаһа кеше йөрөмәгән ергә күмеп ҡуйғандар. Ошо рәүешле сәс сит ҡулдарға эләкмәгән.
Кем был юрауҙарға ышанмай, барыбер ҙа сәсте теләһә ҡайҙа ташлап йөрөү яҡшы түгел. Был беҙҙе йыйнаҡлыҡҡа, тәртипкә өйрәтә.
Автор фотоһы.