

Студенттар һәм уҡытыусылар өсөн олимпиаданың презентацияһын, карьера квизын һәм индустрия вәкилдәре менән “түңәрәк өҫтәл”де вуз-ара кампус резиденты – Өфө дәүләт нефть техник университеты ойошторҙо. Студенттар олимпиадаларын ойоштороусылар ассоциацияһы директоры Валерия Касамара почетлы ҡунаҡ булды.
Бөтә Рәсәй “Мин – профессионал” студенттар олимпиадаһы Рәсәйҙең кадрҙар һәм технология лидерлығын үҫтереүгә булышлыҡ иткән иң ҙур проекттарҙың береһе. Ул Рәсәй Фән һәм юғары белем биреү министрлығы ярҙамында “Йәштәр һәм балалар” милли проектының “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” федераль проектына ярашлы тормошҡа ашырыла. 2017 йылдан алып олимпиадала 1,6 миллиондан ашыу студент ҡатнашҡан.
Быйыл, иҫәп буйынса унынсы миҙгелдә, олимпиада 68 йүнәлеш буйынса үткәрелә. Ойоштороусы вуздар булып Рәсәйҙең етди конкурс һайлап алыуын үткән 37 университеты сығыш яһай. Улар иҫәбендә – Башҡортостан Республикаһының ике юғары уҡыу йорто: Өфө фән һәм технологиялар университеты етенсе тапҡыр «Математик моделләштереү» йүнәлешен ойоштора, ә Өфө дәүләт нефть техник университеты тәүге тапҡыр «Химик технология» йүнәлешендә ҡатнашыусыларҙы ҡабул итә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: Башҡортостандың юғары уҡыу йорттары студенттары Бөтә Рәсәй «Мин – профессионал» олимпиадаһында тәүге йылдан алып ҡатнаша. Был ваҡыт эсендә республиканан ҡатнашыусылар 443 олимпиада дипломы, шул иҫәптән 52 миҙалсы дипломы алды. Былтыр, IX миҙгелдә, Башҡортостан олимпиадаға теркәлеүҙәр һаны буйынса илдең тәүге биш төбәге иҫәбенә инде. Х миҙгелдә ҡатнашыуға теркәлеү 2026 йылдың 10 ноябрендә тамамлана.
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru