

Шаран районының Иҫке Теләүле ауылынан Зәлирә менән Марат Ғиниәтуллиндар - ҙур ғаилә ҡороп йәшәгән өлгөлө парҙарҙың береһе. Дүрт балаға - өс ҡыҙ, бер улға ғүмер биреп, оло тормош юлына сығара улар. Һәр береһе һөнәрле, ғаиләле. Хәҙер инде 10 ейән-ейәнсәргә, ике бүләсәргә бәхетле өләсәй менән олатай ҙа әңгәмәселәрем.
Заманында яуаплы эштәрҙә хеҙмәт итәләр. Зәлирә апай 22 йыл балалар баҡсаһы мөдире вазифаһын башҡара, башҡа эштәрҙә лә һынатмай. Марат ағай 40 йылдан ашыу механизатор булып тир түгә.
Күңелдәренә оҡшаған шөғөлдәре лә бар әңгәмәселәремдең. Был эштәренән улар әле лә айырылмай. Марат ағай – оҫта гармунсы. Әле 77 йәштә лә гармунда өҙҙөрә генә.
–Алтынсы класта уҡығанда мәктәптә оло тәнәфестә балаларҙы бейетә инем. Әсәйем яғынан туғандар барыһы ла гармунсы булды, уларға ҡарап өлгө алғанмындыр. Әсәйем үҙе лә матур йырланы. Ағайым гармун бүләк иткәс, уны ҡулымдан да төшөрмәнем. Үҙем көйҙәр сығара инем. Тәүге гармуным 1979 йылда алынды. Барлығы дүрт гармуным булды, – тип ихлас итеп һөйләне Марат ағай.
Уларҙы гармун моңо, киске уйындар таныштыра ла инде. Зәлирә апайҙың ауылына килеп гармун һыҙҙырғанда йәштәр бер-береһенә күҙ һала.
Зәлирә апай ҡул эштәре менән һоҡландырҙы. Бала саҡтан үҙаллы тегергә, бәйләргә өйрәнә ул. Алтынсы класта уҡыған сағында әсәһе уға теген машинаһы алып ҡайта. Шул йәшендә ул үҙенә бына тигән күлдәктәр тегеп кейә.
Ғүмер буйы яратҡан шөғөлөнән айырылмай хужабикә. Ғаилә ҡороп, балалар үҫтергәндә лә тегеү-бәйләүгә оҫталығы ярҙамға килә. Һуңғы йылдарҙа биҙәктәр менән ҡалпаҡтар, түбәтәйҙәр эшләүгә оҫтарып алған. “Умырзая” ансамбленә йөрөй башлағас, барлыҡҡа килә уның был ҡыҙыҡһыныуы. Биҙәктәр менән башҡорт, татар милли күлдәктәрен дә күҙҙең яуын алырлыҡ итеп тегеп ҡуя.
–Ҡул эштәренә тотонһам, бөтә донъям онотола. Күңелгә рәхәтлек, тыныслыҡ бирә миңә был шөғөлөм. Дүрт теген машинаһының файҙаһын күрҙем был йылдар эсендә, – ти Зәлирә ханым.
56 йыл элек килен булып төшкән Иҫке Теләүле ауылын үҙ итеп, ире менән бер төптән булып бөгөн дә ең һыҙғанып донъя көтә Зәлирә апай.
–Ауылыбыҙ бик матур, ҙур. Элек гөрләп тора ине. Хәҙер генә йәштәр аҙ ҡалды, – ти улар йәнтөйәктәре тураһында.
Ғиниәтуллиндар кеүек тыуған ерен яратҡан, эшһөйәр кешеләре данлай был төбәкте.
Автор фотолары.