

Ғәлиә Вәғиз ҡыҙы Искәндәрова 19 октябрҙә Стәрлебаш районынан ире менән Өфөгә дауаханаға тикшерелергә килә. Һәм... унан юҡҡа сыға. Шул уҡ көндө эҙләй башлайҙар. Урам камералары уның Өфө шоссеһы тирәһендә булыуын күрһәтә. Ҡатындың Максимовка ауылы яғына киткән 288-се маршрут автобусына ултырыуын беләләр. Әммә ул ауылда, тирә-яҡ урманда эҙләү һөҙөмтә бирмәй.
Ошо көндәр эсендә 60 ирекмән, полиция хеҙмәткәрҙәре, Ғәлиә Вәғиз ҡыҙының туғандары уны эҙләй. Йәйәү һәм транспортта 550 километр юл үтәләр.
Юғалған ҡатындың билдәләре: буйы 175 сантиметр, ҡаҡса кәүҙәле, сал сәсле, ҡуңыр күҙле. Өҫтөнә һоро бәйләнгән пальто, ҡара еңһеҙ күкрәксә, шәмәхә (көрән күк) төҫтәге толстовка, аҡһыл көрән джинсы салбар һәм шундай уҡ ҡыҫҡа ҡуныслы итек кейгән. Медицина ярҙамына мохтаж.
“ЛизаАлерт” ирекмәндәре уны таныған, ҡайҙалығын белгән кешеләрҙең 89961003058 (Екатерина), 89674512294 (Ксения), йәки 8(800)700-54-52 («ЛизаАлерт»тың ҡыҙыу бәйләнеше) телефондарына шылтыратыуҙарын һорай.
Фото: “ЛизаАлерт”.