

Халыҡ ҡар яуыуын да көтмәй, ҡаҙ өмәләре үткәрә башланы. Салауат районының Йонос ауылы халҡы бындай күңелле хеҙмәт байрамдарын көтөп ала. Был бал ҡорттары кеүек егәрле ғаиләләр өсөн бурыс түгел, ә йәшәү рәүеше, күңел торошо.
Рафхана һәм Ишмөхәмәт Байдәүләтовтар - тап шундай берҙәм, уңған ғаиләләрҙең береһе. Улар өс бала тәрбиәләп үҫтергән. Ихаталары, йорт-ҡаралтылары һәр саҡ тәртиптә, ялт итеп тора, ти ауылдаштары. Көҙгө муллыҡ та ғаиләне шатландырған.
Яңыраҡ улар ауылдаштары менән бергә, ҡыш килгәнен көтөп тормай, “Ҡаҙ өмәһе” үткәрҙе, тип яҙа район гәзите. Һөҙөмтә бына тигән! Уларҙың хәстәрлеге, тырышлығы менән күпме ҡош-ҡорт аҫралған. Хеҙмәт емештәрен татыулыҡта, именлектә татырға яҙһын!
Фото: “На земле Салавата” гәзите сайтынан.