

Башҡортостанда 43 йәшлек ҡатын һәм 32 йәшлек сит ил гражданы, алдан килешеп һәм көс ҡулланып, кеше урлауҙа ғәйепләнә.
Ҡатын махсус хәрби операцияла һәләк булған элекке ире өсөн түләнгән аҡсаны ҡулға төшөрмәксе була. Никахтары тарҡатылғас, уның аҡсаға хоҡуғы юҡ, түләм тик 18 йәшлек ҡыҙына тейеш. Ул танышы менән һөйләшеп килешеп, ҡыҙҙан атаһының үлеменә бәйле түләүҙәрҙе бергәләп тотоноуға ризалыҡ алырға ниәтләй.
15 октябрь кисендә Стәрлетамаҡ ҡалаһы паркында ғәйепләнеүселәр, ҡыҙҙың ихтыярына ҡаршы көс ҡулланып, уны автомобилдәренә ултырталар һәм Федоровка районындағы шәхси йортҡа алып китеп, шунда тоталар.
Һуңынан ҡыҙ телефон табып, хоҡуҡ һаҡлау органдарына шылтырата, полиция уны азат итә, ә был эштә ҡатнашыусылар ҡулға алына.
Суд икеһен дә һаҡ аҫтына алды, тип хәбәр итте Рәсәй Эске эштәр министрлығының рәсми вәкиле Ирина Волк. Әле ваҡиға сәбәптәрен асыҡлауға йүнәлтелгән тикшереү эштәре алып барыла.
Автор фотоэтюды.