Йәмғиәт
23 Октября , 12:40

"Ҡорот ошондай булырға тейеш", - ти торғайны әсәйем

Эркет һыуын ҡыуыр ҙа ҡыуыр ине әсәйем. Башта киндер тоҡҡа ҡойоп, аҫып тота. Унан һарҡмай башлағас, төшөрөп, оҫтөнә ауыр ялпаҡ таш һалып ҡуя...

Добавить в предпочтительные источники Google
"Ҡорот ошондай булырға тейеш", - ти торғайны әсәйем"Ҡорот ошондай булырға тейеш", - ти торғайны әсәйем
"Ҡорот ошондай булырға тейеш", - ти торғайны әсәйем

"Ҡорот булғас ҡоро булырға тейеш ул", - тип эркет һыуын ҡыуыр ҙа ҡыуыр ине әсәйем. Башта киндер тоҡҡа ҡойоп, аҫып тота. Унан һарҡмай башлағас, төшөрөп, оҫтөнә ауыр ялпаҡ таш һалып ҡуя. Тоҡто төрлө яғына әйләндереп-тулғандырып һыға торғас, ҡорот инде ҡулға төйөрөм генә булып эләгә башлағас ҡына сығарып тәмләп ҡарай. Шунан ғына дәү табаҡҡа сығарып һала. Ҡоротта бер тамсы эркет һыуы тәме ҡалмаған була.

Әсәйем сәйгә тигәненә һары май ҡушып, ашҡа ҡата торғанын тоҙлап ҡына үҙләнгәнсә баҫа. Мейес башына киптерергә ҡуя.
Әсәйемдең ҡоротон һаман һағынам.

Эркет һыуы тәме сыҡмаған ҡорот та осрамай нишләптер...

 

Сығанаҡ: Гүзәл Ситдыҡова.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова