

Белорет районының Инйәр ҡасабаһында йәшәгән күп балалы атай Марат Бәхтийәров ата-бабалары кәсебен онотмай дауам итә. Урман эшен дә, ағас эшен дә белә. Бесән саба, бал ҡорто үрсетә, баҡса үҫтерә.
Уңған ир-егет тағы ла һалабаш һыҙырып, мунсала йыуыныр, хужалыҡта тотонор өсөн йүкә йыуғысы яһай. Уларҙы һатыуға ла сығара.
Иҫләйһегеҙме, элек мунсала йүкә йыуғыс менән йыуынғанды? Һауыт-һабаны йыуыуға ла, мейес аҡлауға ла уны тотона торғайныҡ... Ә бит ағас ҡабығынан йыуғыс булғансы оҙон өс ай кәрәк! Ҡабыҡты ебетеү, эшкәртеү, киптереү һәм йыйып ҡуйыу...
Тәбиғәт + оҫтаның ҡулдары = экологик таҙа йыуғыс.
Фото: М. Бәхтийәровтың шәхси архивынан.