Салауат башҡорт дәүләт драма театрының актеры, Башҡортостандың халыҡ артисы Риза Мәһәҙиев үҙенсәлекле образдары менән генә түгел, эстрада йырҙарын халыҡ күңеленә үтерлек итеп башҡарған сәхнә оҫтаһы ла. "Актер йыры — 94" конкурсы дипломанты, "Дуҫлыҡ моңо — 2002" бәйгеһе лауреаты ла ул.
Әлбиттә, сәхнә тормошо төрлө хәл-ваҡиғаларҙан тора. Спектаклдән һуң һине күреп, ҡайһылай шәп уйнайһың, рәхмәт, тип дәртләндереп ебәргәндәре лә, аңламағандары ла бар.
– Бер ваҡиға иҫкә төшкән һайын көлгө килә, – тип һөйләй артист. – Бер "Ах, Сапатера" исемле комедияны ҡуябыҙ. Мин унда ҡала мэры Алькальдты уйнайым. Уның кейеме үҙенсәлекле, салбарҙың ал яғы ҡәҙимге булһа ла, артҡы яғы бөтә тәнгә һылаштырып тегелгән. Был образды халыҡ шул тиклем оҡшатты. Шулай спектакль бөткәс, ҡайтырға сыҡтыҡ. Беҙҙең алда ике әбей спектакль хаҡында һөйләшеп ҡайтып баралар. Береһе, бығаса бынау Риза Мәһәҙиевты эй яратам инем, бөгөн күрә алмаҫ хәлгә еттем. Колготкаға оҡшаған салбар кейеп сыҡҡансы, әҙәм көлкөһө! Ҡарарға оялып ултырҙым. Ирме, ҡатынмы? Шул да булдымы һын! Күрһәм, үҙенә лә әйтәм әле.