Бөтә яңылыҡтар
ЯЛ СӘҒӘТЕНДӘ
9 Ноябрь 2019, 12:20

Сөгөлдөр менән тефтели

Ял көнәндә нимә бешерергә тип баш ватаһығыҙмы? Әйҙәгеҙ, бергәләп сөгөлдөр менән тефтели әҙерләйек! Тәмле лә, туҡлыҡлы ла.

Ял көнәндә нимә бешерергә тип баш ватаһығыҙмы? Әйҙәгеҙ, бергәләп сөгөлдөр менән тефтели әҙерләйек! Тәмле лә, туҡлыҡлы ла.
Дүрт порция өсөн беҙгә:
Һыйыр ите – 400 грамм
Сөгөлдөр – 300 грамм
Көнбағыш майы – 4 аш ҡалағы
Башлы һуған – бер дана
Кишер – бер дана
Томат пастаһы – бер аш ҡалағы
Һыу – 300 миллилитр
Тоҙ, борос кәрәгенсә
Тәүҙә был аҙыҡты әҙерләү өсөн кәрәкле ингредиенттарҙы әҙерләйбеҙ. Һыйыр итен ваҡлап турайбыҙ йә фарш алабыҙ. Сөгөлдөрҙө таҙартып киҫәбеҙ, ит турағыс аша үткәрәбеҙ. Тоҙ менән борос ҡушып баҫабыҙ. Бәләкәсерәк итеп тефтели эшләйбеҙ.
Артабан табаға көнбағыш майы һалып, көслө утта ныҡлап ҡыҙҙырып алабыҙ. Әҙер тефтелиҙы тәрилкәгә һалып ҡуябыҙ ҙа.
Артабан соус өсөн кишерҙе, ҡалған сөгөлдөрҙө, һуғанды таҙартабыҙ. Һалам формаһында ҡырҡабыҙ. Көнбағыш майында ҡыҙҙырабыҙ. Томат пастаһы ҡушып ебәрәбеҙ. Ҡайнаған һыу ҡушабыҙ ҙа соусты ҡайнатабыҙ. Әҙер булған тефтелиҙы шунда ҡушып ебәрәбеҙ. Ҡапҡасын ябып 25-30 минут тирәһе бешерәбеҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Читайте нас