ЯЛ СӘҒӘТЕНДӘ
11 Ноября 2019, 10:25

Алма менән дәрсендән шоколад бәлеше

Быйыл алма күп булды. Беҙҙең ғаиләлә алманан тәмлекәстәрҙе бик яраталар. Был күләм һигеҙ порциялыҡ бәлеш бешереү өсөн:Алма – 3 данаОн – 180 граммШәкәр – 130 грамм...

Быйыл алма күп булды. Беҙҙең ғаиләлә алманан тәмлекәстәрҙе бик яраталар. Был күләм һигеҙ порциялыҡ бәлеш бешереү өсөн:
Алма – өс дана
Он – 180 грамм
Шәкәр – 130 грамм
Йомортҡа – ике дана
Аҡ май – 70 грамм
Дәрсен – бер сәй ҡалағы
Какао-порошок – өс аш ҡалағы
Шәкәр онтағы – бер аш ҡалағы
Йомшартҡыс – 1,5 сәй ҡалағы.
Тәүҙә он, йомшартҡыс, какаоны бергә бутайбыҙ. Иретелгән аҡ майҙы, шәкәр, йомортҡаны туғып, ҡамыр баҫабыҙ.
Артабан алманы йыуып әрсейбеҙ, уртаһын алып таҙартабыҙ ҙа пластина формаһында ҡырҡабыҙ. Формаға бешерер өсөн ҡағыҙҙы йәйеп һалабыҙ, уны майлайбыҙ. Өҫтөнә ҡамырҙы йәйеп һалабыҙ ҙа алманы теҙеп сығабыҙ, ҡамырға батырғансы. Аҙаҡтан алма өҫтөнә дәрсен һибәбеҙ. Плюс 180 градус температуралы духовкала 35-40 минут бешерәбеҙ. Һыуыған алма менән дәрсен бәлешенә шәкәр онтағы һибеп сығабыҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Читайте нас