ЯЛ СӘҒӘТЕНДӘ
1 Декабря 2019, 06:45

Дөгө менән балыҡтан

Еңел генә әҙерләнгән, үҙе харап тәмле, туҡлыҡлы салат рецебын тәҡдим итәбеҙ, дуҫтар.

Еңел генә әҙерләнгән, үҙе харап тәмле, туҡлыҡлы салат рецебын тәҡдим итәбеҙ, дуҫтар. Табындарығыҙ түңәрәк, кәйефегеҙ шәп булһын!
Тәҡдим ителгән ингредиенттар дүрт порцияға етә. Беҙгә 200 грамм дөгө ярмаһы, ике йомортҡа, бер банка балыҡ консерваһы, 20 грамм йәшел һуған, тоҙ, борос, майонез кәрәк буласаҡ.
Тәүҙә дөгөнө әҙер булғансы бешерәбеҙ. Шунан тишек сүмескә һалып сайҡатабыҙ. Йомортҡаны ваҡлап турайбыҙ. Балыҡ консерваһын сәнске менән иҙгеләйбеҙ. Артабан йәшел һуғанды турап ҡушып ебәрәбеҙ ҙә тоҙ, борос, майонез ҡушып болғатабыҙ.
Салат әҙер. Ашығыҙ тәмле булһын!
Читайте нас