ЯЛ СӘҒӘТЕНДӘ
26 Декабрь 2019, 15:00

Кефирҙа бәлеш

Тәҡдим ителгән ингредиенттар алты порцияға етә. Бәлеш бешереү өсөн ярты килограмм тауыҡ түше, ике стакан кефир, 400 грамм он, ярты сәй ҡалағы сода, ҡалаҡ ярым тоҙ, борос, үҫемлек майы кәрәк.

Тәҡдим ителгән ингредиенттар алты порцияға етә. Бәлеш бешереү өсөн ярты килограмм тауыҡ түше, ике стакан кефир, 400 грамм он, ярты сәй ҡалағы сода, ҡалаҡ ярым тоҙ, борос, үҫемлек майы кәрәк.
Тәүҙә тауыҡ итен, һуғанды бәләкәй киҫәктәргә бүлгеләйбеҙ. Уны һарымһаҡ ҡушып, ит турағыс аша үткәрәбеҙ. Фаршты тоҙлап, борослап бутайбыҙ.
Артабан ҡамыр әҙерләйбеҙ. Ике стакан йылы кефирға тоҙ, шәкәр, он ҡушып туғыйбыҙ. Ҡамыр ныҡ шыйыҡ булырға тейеш түгел. Әҙер ҡамырға фарш өҫтәйбеҙ. Һәйбәтләп болғатабыҙ. Шунан ҡыҙҙырылған майҙа ике яғында бешереп алабыҙ. Ут ныҡ ҡыҙыу булырға тейеш түгел, сөнки уртаһы бешергә тейеш.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Читайте нас