ЯЛ СӘҒӘТЕНДӘ
31 Декабря 2019, 11:35

Киләһе йылда кем уңыр?

2020 йылдың хужаһы – Сысҡан йондоҙнамәлә тәрән аҡыл, муллыҡ, төрлө хәлдәрҙән файҙа сығара алыу һәләте менән кәүҙәләндерелә.

2020 йылдың хужаһы – Сысҡан йондоҙнамәлә тәрән аҡыл, муллыҡ, төрлө хәлдәрҙән файҙа сығара алыу һәләте менән кәүҙәләндерелә.


Сысҡан йылында тыуғандар (1948, 1960, 1972, 1984, 1996, 2008). Үҙегеҙҙең йылды рәхәтләнеп, тыныс ҡына үткәрерһегеҙ. Эшҡыуарлыҡта, вазифаға үрләүҙә уңыш көтә. Ғаиләлә лә мөнәсәбәттәр насар түгел – яҡындарығыҙ хәстәрлек менән сорнар, һәр йәһәттән ярҙам күрһәтер. Уларға ла иғтибарығыҙҙы йәлләмәгеҙ. Юҡ-барға борсолмаһағыҙ, спорт менән шөғөлләнһәгеҙ, донъяға ыңғай күҙлектән ҡараһағыҙ, һаулығығыҙға бәйле етди проблемалар булмаҫ.


Һыйыр йылында тыуғандар (1949, 1961, 1973, 1985, 1997, 2009). Һеҙҙең йондоҙлоҡ өсөн Сысҡан йылы ярайһы уҡ ҡатмарлы, әммә һөҙөмтәле булмаҡсы. Һәләттәрегеҙҙе үҫтереү, белемегеҙҙе камиллаштырыу менән шөғөлләнергә кәңәш ителә. Был күп нәмәгә яңыса ҡараш ташларға, һөҙөмтәлә тормошоғоҙҙо яҡшы яҡҡа үҙгәртергә ярҙам итер.


Барыҫ йылында тыуғандар (1950, 1962, 1974, 1986, 1998, 2010). Сысҡан менән уртаҡлығығыҙ күҙәтелмәһә лә, ул һеҙгә ярайһы уҡ яҡшы мөнәсәбәттә булыр. Яңы 2020 йылда эшегеҙҙә лә, шәхси тормошта ла бер аҙ тетрәнеүҙәр ки­серерһегеҙ. Бирешмәгеҙ, һәр күңелһеҙлек көс-ҡеүәтегеҙҙе, тәжрибәгеҙҙе арттыра бит. Киләһе йылда ҡыуаныслы ваҡиғалар ҙа байтаҡ булмаҡсы.


Ҡуян (Бесәй) йылында тыуғандар (1951, 1963, 1975, 1987, 1999, 2011). Яңы йылда һеҙҙе байтаҡ үҙгәрештәр көтә: яңы дуҫтар, яңы шөғөлдәр, эштәр барлыҡҡа килер, хатта яңы йортта өй туйлауығыҙ ҙа ихтимал. Сит илгә күсеп китергә ҡарар итерһегеҙ, бәлки. Сысҡан йылы ниәттәрегеҙҙе тормошҡа ашырыу өсөн бик уңайлы булыр. Шулай ҙа әүәлге дуҫтарығыҙҙы онотмағыҙ, ҡайһы саҡта уларҙың кәңәшенә ҡолаҡ һалығыҙ.


Аждаһа йылында тыуғандар (1952, 1964, 1976, 1988, 2000, 2012). Яңы йылда шатлыҡ-ҡыуаныстар кескәй генә күңелһеҙлектәр менән аралашып килер. Барыһы ла һеҙ те­ләгәнсә бармаһа, төшөнкөлөккә бирелеп, башығыҙҙы түбән эймәгеҙ. Тормошоғоҙ тиҙ арала яйға һалыныр. Өҫтәүенә янығыҙҙа һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырлыҡ яҡындарығыҙ байтаҡ. 2020 йыл аҙағында хәлегеҙҙе ыңғай яҡҡа үҙгәртерлек, ҡанат ҡуйырлыҡ яңылыҡ көтөгөҙ.


Йылан йылында тыуғандар (1953, 1965, 1977, 1989, 2001, 2013). Йыл хужаһы һеҙгә матди хәлегеҙҙең яҡшырыуын вәғәҙә итә. Эшегеҙҙең һөҙөмтәләрен тойорһоғоҙ. Шулай ҙа аҡсағыҙҙы шунда уҡ тотоноп бөтөргә ашыҡмағыҙ. Сысҡан һаҡсыллыҡ ярата, шуға күрә финанс ағымына кәртә ҡуйыуы ихтимал. 2020 йылда яңы танышлыҡтар ҙа байтаҡ булмаҡсы. Иң мөһиме – өйҙә бикләнеп ултырмағыҙ, күберәк аралашығыҙ.


Йылҡы йылында тыуғандар (1954, 1966, 1978, 1990, 2002, 2014). Яңы йылда шәхси тормошоғоҙҙа ла, һөнәри эшмә­кәрлектә лә үҙгәрештәр күп булыр. Тырыш эшегеҙҙең һөҙөмтәһе ҡыуандырыр. Сысҡан “мул ғына аҡса” алып килер. Уны ниәтегеҙҙе тормошҡа ашырыуға тотона алырһығыҙ. Күптән хыялланған сәйәхәткә сығырға мөмкин. Яңы йылда Йылҡыларға киң мөмкинлектәр асыла. Йыл хужаһы һеҙгә байтаҡ күңелле ваҡиғалар бүләк итмәксе.


Ҡуй йылында тыуғандар (1955, 1967, 1979, 1991, 2003, 2015). Ҡуйҙар өсөн йыл төрлө ваҡиғаларға бай булыр. Улар араһында шатлыҡтар күңелһеҙлектәр менән аралашып килер. Эш һәм бизнес өлкәһендә барыһы ла ал да гөл һымаҡ, ә бына шәхси мөнәсәбәттәрҙә ҡыйын­лыҡтар булыуы ихтимал. Төшөнкөлөккә бирелмәгеҙ, яҡындарығыҙҙан ярҙам, кәңәш һорағыҙ, киләсәккә өмөт менән ҡарағыҙ.


Маймыл йылында тыуғандар (1956, 1968, 1980, 1992, 2004, 2016). Маймылдарға 2020 йыл шәхси тормошта онотолмаҫ тәьҫораттар, сағыу ваҡиғалар алып килер. Йылдың төп темаһы – яңы танышлыҡтар, әммә бүләктәр бының менән генә бөтмәҫ – Сысҡан йылы һеҙгә матди йәһәттән дә уңыш килтерер. Ҡыҙыҡлы тәҡдим алһағыҙ, оҙаҡ уйлап тормағыҙ, ризалашығыҙ.


Тауыҡ йылында тыуғандар (1957, 1969, 1981, 1993, 2005, 2017). Яңы йыл һеҙҙең өсөн бик уңышлы булыр. Тауыҡтарҙы еңеү артынан тағы ла еңеүҙәр көтә. Шатлыҡлы ваҡиғалар бер-береһен алмаштырып торор. Бүләктәр ҙә мул булыр. Хыялығыҙҙы тормошҡа ашырырға ваҡыт – һәр йәһәттән йәшел ут көтә һеҙҙе!


Эт йылында тыуғандар (1958, 1970, 1982, 1994, 2006, 2018). 2020 йыл ваҡиғаларға бай булмаҡсы. Тормошоғоҙҙа башлыса яҡшы ваҡиғалар ғына көтөгөҙ, Сысҡан һеҙгә аяҡ салмаҫ. Шулай ҙа артыҡ ҙур тырышлыҡ һалып, йәшәйе­шегеҙҙе ҡырҡа үҙгәртеп ебәрмәгеҙ, булғанына шөкөр итегеҙ. Был айырыуса шәхси мөнәсәбәттәргә ҡағыла.


Ҡабан йылында тыуғандар (1959, 1971, 1983, 1995, 2007). Күктән аҡса яуыр йәки аҡбуҙатҡа атланған батша малайы осоп килеп бөтә проблемаларҙы хәл итер тип көтөп ултырмағыҙ. 2020 йылда һеҙгә уңышҡа өлгәшеү өсөн байтаҡ көс-ҡеүәт һалырға тура килер. Үҙегеҙ һайлаған йүнәлештә тайпылмайынса ҡыйыу алға барығыҙ – тырышлығығыҙ мотлаҡ һөҙөмтәһен бирер.



Читайте нас