Хужа һәр кемгә бурыс йөкмәтәсәк
Сысҡан йылы ҡытай календарының яңы 12 йыллыҡ циклын башлай, шуға күрә ул көнсығыш һәм көнбайыш йондоҙнамәләренең бөтә билдәләре өсөн дә әһәмиәтле.
Сысҡан үткән ун ике йыл эсендә бөтә йондоҙлоҡ билдәләренең ҡаҙаныштарын баһалаясаҡ һәм һәр кемгә бурыстар йөкмәтәсәк. Киләһе йылдың алдағы уңыштарға, бәхетле тормошҡа ишек асҡан асҡыс булыуы ихтимал.
Аҡса, карьера, эш – тәүге урында
Яңы йыл беҙҙән йүнселлекте, эшлеклелекте көтә, был осор – эш, карьера өсөн үтә көсөргәнешле мәл. Кем артыҡ аҙым яһарға баҙнат итмәй, үҫешмәй, уларҙы көслө конкуренттар йәһәт кенә ҡыҫырыҡлап сығарасаҡ. Шулай булғас, ял тураһында хыялланмағыҙ ҙа. Бөгөн хан һымаҡ ҡәнәғәтлек кисереп йәшәһәгеҙ ҙә, көслө лидер булһағыҙ ҙа, киләһе йыл дилбегәне ысҡындырыуығыҙ ихтимал.
2019 йылды сағыштырмаса дауыл алдынан була торған тынлыҡ тип һүрәтләргә мөмкин. Тап киләһе йылда яңы 12 йыллыҡ циклдың нигеҙе һалына. Йылдың ҙур үҙгәрештәр менән башланыуы бик ихтимал. Сысҡан финанс яғынан тотороҡлолоҡ булһын өсөн бөтә көсөн һаласаҡ. Аҡ төҫтә булыуы уның саманан тыш әүҙемлеген бер аҙ баҫа төшөр, әлбиттә. Шулай ҙа һеҙгә тик ултырырға ирек бирмәҫ.
Уҡырға, уҡырға һәм уҡырға!
Сысҡан бик ҡыҙыҡһыныусан һәм аҡыллы, ул даими рәүештә ниҙер өйрәнә, уҡый, үҙләштерә, белемен тормошта ҡулланырға тырыша. Йондоҙнамә бизнеста, карьерала яҡшы үҙгәрештәр булһын өсөн тәүҙә эште белем алыуҙан башларға кәрәклеген раҫлай. Йыл хужаһы алған белемде таратыуҙы ла хуплай. Бизнес эйәләренә мотлаҡ үҙҙәренең хеҙмәткәрҙәрен уҡытыуға, тәжрибә уртаҡлашыуға, белемен камиллаштырыуға иғтибар йүнәлтергә кәрәк буласаҡ. Эштең ғилләһе, уңыштың сере – тап ошонда, тип әйтмәксе йыл хужаһы.
Киләһе йыл – яңы технологияларҙы үҙләштереү, инновациялар индереү өсөн уңайлы мәл. Иҫке ҡорамалдарҙы яңыртыу, элекке эш ысулдарынан ҡотолоу өсөн дә. Киләсәкте күҙаллап эшләгеҙ! Сысҡандың иғтибарлылығы артығын ҡыланмаҫҡа, таяҡты тотҡан урындан һындырмаҫҡа ярҙам итер, ә тәбиғи һиҙемләү һәләте ниндәй яңылыҡтарҙы индерергә, нимәнән баш тартырға кәрәклеген белдерер.
Сысҡан үҙенә нимә кәрәклеген яҡшы белә, шуға күрә йыл башланыу менән маҡсаттарығыҙҙы ҡағыҙға төшөрөп ҡуйығыҙ. Төрлө яҡҡа һуғылмағыҙ, аныҡ, теүәл маҡсаттар билдәләү яҡшы. Теләгегеҙгә өлгәшеү юлдарын асыҡлағыҙ, хыялланыу, фантазияға бирелеү ярҙам итмәйәсәк.
Сысҡан үҙенең бик бәләкәй һәм көсһөҙ йән эйәһе икәнлеген яҡшы белә һәм уны таныуҙан ҡурҡмай. Уның маҡсатына ирешеү өсөн башҡаларҙың уйына ла килмәгән юлдарҙы табыуы бар.
Мәҫәлән, Ҡабан маҡсатына өлгәшеү өсөн көсөнә таянһа, Сысҡан хәлдән сығыу йәки хәл итеү өсөн уңайлы юлды һәр саҡ таба аласаҡ. 2020 йыл – һөйләшеп, килешеп, дуҫтар һәм таныштарҙы файҙаланып, компромистар тәҡдим итеп, уңыштар яулай торған мәл. Ғөмүмән, ул инициативалы кешеләр өсөн бик ыңғай киләсәк. Тик бының өсөн күп көс һалырға, ныҡышмал эшләргә кәрәк. Бушҡа эшләп, ярыҡ ялғаш янында ҡалырлыҡ булмаһын, кем ете тапҡыр үлсәп, бер тапҡыр ҡырҡа, шул еңә. Эштәрегеҙ алға табан тәгәрәһен өсөн, күберәк белергә тырышығыҙ, бәйләнеш булдырығыҙ!