Уны әҙерләү өсөн бер стакан он, бер сакан кефир, бер стакан майонез, өс йомортҡа, бер сәй ҡалағы йомшартҡыс, бер семтем тоҙ алабыҙ. Эслек өсөн ит фаршы, бер баш һуған, тоҙ кәрәк.
Тәүҙә йомортҡа менән кефирҙы туғыйбыҙ. Әҙер ҡатнашмаға он, кефир ҡушып болғатабыҙ. Артабан эслеккә тотонабыҙ. Фаршты туралған һуған ҡушып, тоҙлап болғатабыҙ. Мейесте 200 градусҡа тиклем йылытып майланған формаға ҡамырҙың бер өлөшөн ҡоябыҙ. Өҫтөнә эслекте йәйәбеҙ ҙә ҡалған ҡамырҙы ҡойоп бөтәбеҙ. 40 минут самаһы мейестә бешерәбеҙ.