ЯЛ СӘҒӘТЕНДӘ
7 Февраля 2020, 14:30

Ҡалъя ашағанығыҙ бармы?

800 грамм һыйыр ите, өс йомортҡа, туҡмас, ике кишер, бер һуған, тәмләткестәр кәрәк.

800 грамм һыйыр ите, өс йомортҡа, туҡмас, ике кишер, бер һуған, әнис, тоҙ, борос, лавр япрағы, кориандр, орегано кеүек тәмләткестәр кәрәк.
Тәүҙә һыйыр итен нәҙек итеп ҡырҡабыҙ. Сүкеш менән һуҡҡылайбыҙ. Тоҙлап, борослап, тәмләткестәр һибеп, бер-ике сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуябыҙ.
Ике йомортҡаны бутап, табала ҡурабыҙ. Иттең өҫтөнә ҡурылған йомортҡаларҙы йәйәбеҙ. Иттең өҫтөн ҡапларға тейеш. Шунан еп менән урап бәйләргә.
Кәстрүлгә һыу, бөтөн һуған, эре итеп киҫелгән кишер, лавр япрағы, әнистең һабағын, ит рулетын һалып, тоҙлап, борослап сәғәт ярымға ҡайнатырға ҡуябыҙ.
Әҙер ит рулетын алабыҙ ҙа һурпанан һуғанды, әнис һабағын алып ташлайбыҙ.
Рулетты ептәренән таҙартабыҙ. Формаға һалабыҙ, Бешмәгән йомортҡаны болғатып, рулетты буяп 10-15 минутҡа 200 градусҡа тиклем йылытылған мейескә ҡуябыҙ.
Һурпаға туҡмас һалып, бер нисә минут ҡайнатабыҙ. Уға әнис һибеп, өҫтәлгә бирәбеҙ. Ҡалъяны матур итеп тәрилкәгә ҡырҡып ҡуябыҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: Shafran56.ru
Читайте нас