ЯЛ СӘҒӘТЕНДӘ
10 Февраля 2020, 14:50

Киске ашҡа гуляш

Уны әҙерләү өсөн ярты килограмм һыйыр йөрәге, ике аш ҡалағы он, ике аш ҡалағы көнбағыш майы, бер стакан ит һурпаһы, бер баш һуған, бер кишер, ике аш ҡалағы томат пастаһы, тоҙ, борос, лавр япрағы кәрәк.

Тәүҙә йөрәкте йыуып, таҙартып, турап, тоҙлап, борослап, онға әүәләйбеҙ. Табала көнбағыш майы һалып туралған һуғанды, кишерҙе ҡыҙҙырабыҙ. Томат пастаһы өҫтәйбеҙ ҙә кәстрүлгә бушатабыҙ. Шул уҡ табала йөрәкте ҡурып алабыҙ ҙа кәстрүлгә оҙатабыҙ. Ҡатнашмаға тәмләткестәр, ит һурпаһы йәки ҡайнаған һыу һалып ҡайнатабыҙ. Шунан талғын утта ярты сәғәт тирәһе бешерәбеҙ. Әҙер риҙыҡты өҫтәлгә йәшел һуған йәки әнис менән бирергә була.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Читайте нас