ЯЛ СӘҒӘТЕНДӘ
6 Марта 2020, 14:00

Байрамға - "һары ләләләр"

Байрам табынына үҙенсәлекле ризыҡ әҙерләге килә, шулаймы? Тәмле лә булһын, матур ҙа күренһен.

Был ризыҡты әҙерләү өсөн 19 дана һары помидор, 100 грамм краб таяҡсығы, 100 грамм моцарелла сыры, бер йомортҡа, бер аш ҡалағы майонез, ике ҡыяр, бер бәйләм йәшел һуған, базилик, тоҙ, борос кәрәк.
Тәүҙә помидорҙың өҫкө өлөшөн ике урындан телгеләп, эслегенән таҙартабыҙ.
Шунан краб таяҡсыҡтарын, йомортҡаны ҡырғыс аша үткәрәбеҙ. Ваҡ ҡына итеп сырҙы, базиликты турайбыҙ. Уға тоҙ, борос өҫтәп, майонез һалып һәйбәтләп бутайбыҙ. Артабан килеп сыҡҡан ҡатнашманы помидорҙың эсенә тултырабыҙ.
Өҫтәлгә ҡуйғанда тәрилкәгә ҡыярҙы киҫеп, йәшел һуған өҫтәп, помидорҙарҙы теҙәбеҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: Pinterest.cl
Читайте нас