ЯЛ СӘҒӘТЕНДӘ
11 Марта 2020, 15:00

Сейәнән сәйгә тәмлекәс

Тәүҙә сейәне йыуып, һөйәктәренән таҙартабыҙ. Унан шәкәр һибеп, 20 минутҡа ҡалдырабыҙ.

Уның өсөн 500 грамм ҡатлаулы ҡамыр, 300 грамм сейә, биш аш ҡалағы шәкәр, бер сәй ҡалағы крахмал кәрәк.
Тәүҙә сейәне йыуып, һөйәктәренән таҙартабыҙ. Унан шәкәр һибеп, 20 минутҡа ҡалдырабыҙ. Шунан крахмал өҫтәп, талғын ғына утҡа ҡуябыҙ. Болғай-болғай ҡуйырғансы утта тотабыҙ ҙа, әҙер булғас, һыуытабыҙ.
Ҡатлаулы туңған ҡамырҙы иретеп, йәйәбеҙ. Уны квадрат формаһында киҫәбеҙ. Йәйелгән ҡамырҙың ярты өлөшөнә эслек һалабыҙ, икенсе өлөшө менән ҡаплайбыҙ ҙа ситтәрен бөкләйбеҙ. Тәмлекәстәрҙе формаға теҙәбеҙ, шәкәр һибәбеҙ. Алдан 210 градусҡа тиклем йылытылған мейестә 25 минут тирәһе бешерәбеҙ.
Сәйегеҙ тәмле булһын!
Фото: Gotovim-legko.ru
Читайте нас