Оҫтаның йортон күргән һәр кем бындай әкиәти күренешкә һоҡланыуын йәшермәй. Күптәр Айрат Ғүмәровтың йортон “әкиәт донъяһы” тип атай. Уның ихатаһында ниндәй генә хайуандар төшөрөлмәгән, шулай ҙа айыуҙарҙы нығыраҡ яратам, ти рәссам.
- Бала саҡтан әкиәттәр яраттым һәм шуға ла әкиәт геройҙарын төшөрөргә тотондом, – ти ул. – Яратҡан шөғөлөмә һуңғы ваҡытта ғына ҡул тейҙе, әкиәт персонаждарының һаны 50-нән ашты. Тәүҙә магазиндан фанера һатып алам, аҙаҡ интернет селтәренән үҙемә оҡшаған хайуан һүрәтен табып, шуны төшөрәм. Аҙаҡ электр лобзигы ярҙамында ҡырҡам, ситтәрен тигеҙләйем. Бер фанера киҫәгенән 5-6 һүрәт сығарырға мөмкин. Артабан уларға лак һөртәм, төрлө буяуҙар ярҙамында кәрәкле төҫтәргә буяйым. Кипкәс, үҙем эшләгән хайуандарҙы йорттоң тышына, ҡапҡа, мунсаға ҡатып ҡуям. Эшемдән йәм һәм күңел тыныслығы табам, һораусылар булһа ла, әкиәт персонаждарын һатҡаным юҡ. Хәйер, уларҙы ҡуйыр урын да ҡалманы.
Оҫтаның даны алты ауылға таралыр тигәндәй, Ҡолмәт оҫтаһының даны тирә-яҡтағыларға күптән ишетелгән, хатта әкиәт донъяһын шәхсән килеп, күреп ҡайтыусылар ҙа юҡ түгел. Матурлыҡ һәм мөғжизә тыуҙырған йортто һәр йыл бағып торорға, ундағы һүрәттәрҙе ҡайтанан буярға кәрәк. Бер аҙ мәшәҡәтлерәк булһа ла, яратҡан шөғөлөн ташларға йыйынмай Ҡыйғы оҫтаһы.
Фото: Айрат Ғүмәровтың шәхси сәхифәһенән.