Бының өсөн тауыҡ боттары, ике кишер, ике баш һуған, бер консерва банкаһы кукуруз, бер стакан дөгө ярмаһы, ярты литр һурпа, тоҙ, борос, тәмләткестәр, үҫемлек майы кәрәк.
Тәүҙә һауыттағы кукуруздың һыуын түгәбеҙ. Һуған менән кишерҙе таҙартып, турайбыҙ ҙа табаға үҫемлек майына һалып ҡыҙҙырабыҙ. Шунан әҙер ҡатнашманы формаға һалабыҙ. Уға йыуылған дөгө ярмаһы, кукуруз һәм ҡайнаған һурпа өҫтәйбеҙ.
Артабан тауыҡ боттарын тоҙ, борос һәм тәмләткестәр менән ыуып, ҡатнашма өҫтөнә теҙәбеҙ ҙә фольга ябып, 200 градусҡа тиклем йылытылған мейестә бер сәғәт тирәһе бешерәбеҙ.
Әҙер ризыҡты йәшел тәмләткестәр менән биҙәргә мөмкин. Ашығыҙ тәмле булһын!