Бөтә яңылыҡтар
ЯЛ СӘҒӘТЕНДӘ
28 Ноябрь 2020, 19:45

Кискелеккә – ҡыҙҙырылған бауыр

Әйткәндәй кәтлитте, балыҡты ла шулай эшләһәк, бешкән ваҡытта тышы дымланмай.

Бының өсөн 400 грамм бауыр, бер йомортҡа, бер аш ҡалағы крахмал, ҡара борос, тоҙ кәрәк.

Башта бауырҙы киҫәктәргә бүлеп тышындағы ярыһынан таҙартабыҙ. Әйткәндәй кәтлитте, балыҡты ла крахмалға манып алырға мөмкин. Шулай эшләһәк, бешкән ваҡытта тышы дымланмай.

Артабан маринадҡа тотонабыҙ. Бешмәгән йомортҡаға крахмал, тоҙ, борос һалып болғатабыҙ. Бауырҙы маринадта әүәләйбеҙ ҙә табаға үҫемлек майына һалып ҡыҙҙырабыҙ.

Ашығыҙ тәмле булһын!

Фото: usmg.com.ua
Читайте нас: