Башҡортостан
-10 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
ЯЛ СӘҒӘТЕНДӘ
10 Декабрь 2020, 19:45

Итальян бәлеше

Бөгөн һеҙгә бик йомшаҡ, тәмле ризыҡ тәҡдим итәбеҙ. Ул "12 ҡалаҡтан бәлеш" тип атала.

Бөгөн һеҙгә бик йомшаҡ, тәмле бәлеш тәҡдим итәбеҙ. Ул "12 ҡалаҡтан бәлеш" тип атала.
Бының өсөн өс йомортҡа, 12 аш ҡалағы шәкәр, 12 аш ҡалағы үҫемлек майы, 12 аш ҡалағы һөт, 12 аш ҡалағы он, ете грамм йомшартҡыс, лимон һуты, шәкәр пудраһы кәрәк.

Һауытҡа өс йомортҡаға шәкәр, бер семтем тоҙ һалып, миксерҙа ике минут тирәһе туғыйбыҙ ҙа он, йомшартҡыс өҫтәп ҡамыр яһайбыҙ. Шунан мейесте 180 градусҡа тиклем йылытып, форманы майлап, ҡамырҙы ҡоябыҙ. 20-25 минут тирәһе бешерәбеҙ. Әҙер бәлешкә шәкәр пудраһы һибеп, өҫтәлгә ҡуйырға мөмкин.

Ашығыҙ тәмле булһын!

Фото: sm-news.ru
Читайте нас в